0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Март 2020, 10:15

Яҙыусы тигән һөнәр бар.

ХIХ быуатта, Пушкин дәүерендә, Фаддей Булгарин тигән ифрат емешле яҙыусы булған. Том-том әҫәрҙәр яҙған, үҙен батша менән батшабикә яратҡан. Яратмай ни, Пушкин һымаҡ фетнәгә саҡырыусы шиғырҙар яҙмаған, баш китерлек һүҙҙәр һөйләмәгән. Ә хәҙер уны кем белә? Ниндәй әҫәрен уҡығанығыҙ бар?

ХIХ быуатта, Пушкин дәүерендә, Фаддей Булгарин тигән ифрат емешле яҙыусы булған. Том-том әҫәрҙәр яҙған, үҙен батша менән батшабикә яратҡан. Яратмай ни, Пушкин һымаҡ фетнәгә саҡырыусы шиғырҙар яҙмаған, баш китерлек һүҙҙәр һөйләмәгән. Ә хәҙер уны кем белә? Ниндәй әҫәрен уҡығанығыҙ бар?
Шулай, яҙыусы ғүмере, үҙе мәңгелеккә күсеү менән, төндәр буйы ижад иткән әҫәрҙәре лә юҡҡа сығып бара. Ярай ҙа, яйы сығып, юбилейҙарын үткәреп, ара-тирә иҫкә төшөрөп торһалар.
Ауыр һәм ғазаплы ул яҙыусы һөнәре. Һәр береһенә Салауат һымаҡ батыр, Бабич һымаҡ ялҡынлы, Мостай һымаҡ аҡыллы, Рәми һымаҡ тел өсөн яныусы булыу бәхете теймәгән.
Хәҙер яҙыусы һөнәренең абруйы төшөүе, уҡыусылар тарафынан иғтибарҙың кәмеүе хаҡында күп һөйләйҙәр. Эйе, донъябыҙҙы интернет аша таралған бер мәллек, иң беренсел тойғоларҙы ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелгән һәм уҡығандан һуң бер нисә секунд үткәс тә, онотола торған әҫәрҙәр хаҡында түгел һүҙем. Яҙыусы һүҙе ул – юғарыраҡ, миллиондарҙың аңын яуларлыҡ һәм изгелеккә өндәрлек. Яҙыусы һөнәре ул – серле күренеш. Кемдәрҙер әсәләренә хат, һөйгәндәренә “смс”-ка яҙа алмай йонсоғанда, әҙиптәр том-том әҫәрҙәр ижад итә.
Яҙыусылар хәҙер ете юл сатында торған һымаҡ. Ҡайҙа атлаһалар ҙа – билдәһеҙлек, хатта ғәйеплеһен табыуы ла ҡыйын. Ә бит уларҙы берләштергән Яҙыусылар союзы ла бар. Ул берлеккә лә еңел түгелдер. Миңә ҡалһа, “союз эшләмәй”, “союздың ярҙамы юҡ!”, “союз бөттө”, тип көнө-төнө ыңғырашыусылар “союз миңә шиғыр, йә роман яҙып бирмәй”, “поэмамды маҡтаманы”, “китабымды сығарманы”, тип зарлана. Эйе, гонорарҙар әҙ, китаптар сыҡмай, сыҡһа ла, һатылмай. Ә кемде ғәйепле итергә һуң? Үҙебеҙҙән башҡа кешене күрмәйем.
Яҙайыҡ, ижад итәйек, беҙҙең яҙғаныбыҙ, таш ярып килеп сыҡҡан үлән һымаҡ, ҡояшҡа ҡалҡырға һәм халыҡҡа барып етергә тейеш.
Читайте нас: