+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Март 2020, 09:31

Һаулыҡ теләйбеҙ һеҙгә, Фидан Сафа улы!

Йыл Рәсәйҙең башҡорт, татар эстрадаһы йондоҙо Фидан Ғафаров өсөн уңышһыҙ башланды. Тәүҙә уны Иҫәнғол эргәһендә бәләгә тарыған, тип уға “табыныусы”ларҙы тулҡынланырға мәжбүр иткәйнеләр. Буш хәбәр булып сыҡты.Бер нисә көн элек яратҡан йондоҙобоҙ Фидан Ғафаров хаҡында, реанимацияға эләккән, тигән хәбәр таралды. Ул арала булмай сәхнә йондоҙо операция үткәргән, әле тағы ла реанимацияла ята, тинеләр.Күптәрҙе борсоған һорауға мәшһүр артистың улы Азамат Фидан улы асыҡлыҡ индерҙе.

Йыл Рәсәйҙең башҡорт, татар эстрадаһы йондоҙо Фидан Ғафаров өсөн уңышһыҙ башланды. Тәүҙә уны Иҫәнғол эргәһендә бәләгә тарыған, тип уға “табыныусы”ларҙы тулҡынланырға мәжбүр иткәйнеләр. Буш хәбәр булып сыҡты.
Бер нисә көн элек яратҡан йондоҙобоҙ Фидан Ғафаров хаҡында, реанимацияға эләккән, тигән хәбәр таралды. Ул арала булмай сәхнә йондоҙо операция үткәргән, әле тағы ла реанимацияла ята, тинеләр.
Күптәрҙе борсоған һорауға мәшһүр артистың улы Азамат Фидан улы асыҡлыҡ индерҙе. Артист, ысынлап та, бөйөрөнә операция яһатҡан һәм ул уңышлы үткән, әле ул палатала. Хәҙер, үҙегеҙ беләһегеҙ, операциянан һуң оҙаҡ тотмайҙар, ошо көндәрҙә Фидан Сафа улы дауахананан сығырға тейеш.
Оҙон ғүмер, һаулыҡ теләйбеҙ һеҙгә, хөрмәтле Фидан Сафа улы! Һеҙ беҙгә кәрәк, һеҙҙең һауығып сығыуығыҙҙы көтәбеҙ. Алда беҙҙе тормошҡа ашырылаһы ижади пландарыбыҙ көтә. Әйҙә, шуларҙы халыҡҡа еткерәйек!
Читайте нас: