Бөгөн Барлыҡ донъя башҡортары ҡоролтайының башҡарма комитеты ултырышында рәйес вазифаһына билдәле медиа-менеджер Ғәлим Миңлеғәле улы Яҡупов тәғәйенләнде. Ғәлим Яҡупов – Рәсәйҙә абруйлы теле-журналист. Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй төбәктәрендә эшләп, тәжрибә туплаған кеше. Быға тиклем “Барлыҡ Өфө” телеканалында генераль продюссер булып эшләй ине.