+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Март 2020, 12:16

Фольклориадаға теркәү башланды. Беҙ ҡунаҡтарға нимә күрһәтербеҙ?

Ошо көндәрҙә халыҡ-ара Фольклориада сараларын яҡтыртыу өсөн хәбәрселәрҙе аккредитациялау башланды. 80-ләп илдән вәкилдәр ҡатнашырға теләк белдергән. Бик ҙур байрам, мөһим мәҙәни сара буласаҡ.

Ошо көндәрҙә халыҡ-ара Фольклориада сараларын яҡтыртыу өсөн хәбәрселәрҙе аккредитациялау башланды. 80-ләп илдән вәкилдәр ҡатнашырға теләк белдергән. Бик ҙур байрам, мөһим мәҙәни сара буласаҡ.
Һәр хужа ҡунаҡтар ҡабул иткәндә донъяһын таҙартып, ипкә килтереп, гөл-сәскәгә күмеп ҡаршылай. Ҡунаҡтар, моғайын, Өфө менән генә сикләнмәҫ, республикабыҙ ҡалалары һәм райондары менән дә танышырға теләк белдерер. Тимәк, ҡунаҡ ҡаршылау, уларға һый-хөрмәт күрһәтеү һымаҡ изге йоланы барлыҡ республикабыҙ менән күтәрергә тура киләсәк.
Апрель баштарында республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында санитар таҙартыу буйынса өмәләр башланасаҡ. Йылдың республикабыҙҙа йәшәгән ерҙәребеҙҙе матурлауға арналыуын да онотмайыҡ.
Йәшәгән төйәгебеҙҙе матурлау ҙур байрамдар, саҡырылған ҡунаҡтар өсөн генә эшләнмәй. Байрамдар үтә лә китә, ҡунаҡтар килә лә, ҡайта, ә беҙгә ошонда артабан да йәшәргә, булған матурлыҡты һаҡларға һәм ишәйтергә кәрәк.
Читайте нас: