+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Март 2020, 19:37

Халыҡтың ысын килеме ни өсөн артмай? Нефть һәм газға хаҡтар түбән икән.

ТАСС мәғлүмәт агентлығында “Путинға – 20 һорау” проекты дауам итә. Әгәр әңгәмәлә рәсәйҙәрҙең эш хаҡының түбән булыуы тураһында һүҙ сыҡмаһа бик ғәжәп тойолор ине. ТАСС хәбәрсеһе, әлбиттә, был хаҡта һораны. Шуныһы асыҡланды: был мәсьәлә Путиндың үҙен дә борсой.

Халыҡтың килеменең кәмеүе нефть һәм газға хаҡтарҙың түбән булыуы менән аңлатыла. Тимәк, беҙҙең халыҡтың йәшәү кимәле донъя баҙарында яғыулыҡҡа бойондороҡло һәм уны Президент әйткәнсә, бармаҡ шартлатып ҡына хәл итеп булмаясаҡ.
Президент шуныһын да аңлатты: хәҙерге ваҡытта халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреүҙе, энергия сығанаҡтарынан бәйлелекте кәметеүгә йүнәлеш алынған.
Иҡтисадта ыңғай үҙгәрештәр төҫмөрләнә. 2019 йылдың аҙағында һуңғы биш йылда беренсе тапҡыр халыҡтың ысын сығымдарының үҫеше күҙәтелгән. Ярай, сығымдарҙы иҫәпләһендәр, хәҙер халыҡ реаль килемдәрҙең артыуын көтә.
Читайте нас: