Башҡортостанда байрам көндәрендә спиртлы эсемлектәр һатыуҙы сикләү, ҡайһы бер кәндәрҙә билдәле сәғәттәрҙә һатыуҙы тыйыу һымаҡ яңылыҡтар ыңғай һөҙөмтәләр бирҙе һәм Рәсәй кимәлендә ҡыҙыҡһыныу уятты.
Хәҙер Дәүләт Думаһында был мәсьәлә бик әүҙем ҡарала. Уға ярашлы, спиртлы эсемлектәр ҡулланыуҙы сикләү ваҡытын билдәләү, хатта урыны менән тыйыу хаҡында төҙәтмәләр тәҡдим ителә. Әлегә яңылыҡтар торлаҡ йорттар эргәһендә урынлашҡан барҙар һәм ресторандарға ҡағыла.
Күптән билдәле, “Этил спирты, алкоголь һәм спиртлы продукцияны етештереү һәм һатыу тураһында”ғы федераль законға ярашлы, төҙәтмәләр ҡабул ителгән осраҡта, Рәсәй төбәктәре үҙ биләмәләрендә ошондай уҡ мөмкинлектәр менән файҙалана ала.