-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Март 2020, 13:34

Рәсәй – Төркиә мөнәсәбәттәре. Тарих һабаҡтары кем файҙаһына?

Әгәр үткәндәргә күҙ һалһаң, 1568 йылдан алып дүрт быуат ярым эсендә Рәсәй менән Төркиә араһында барлығы 16 һуғыш теркәлгән. Шул 16 һуғыш эсендә Рәсәй 12 тапҡыр еңгән, ике тапҡыр еңелгән, ике алыш бер яҡтың да еңмәүе менән тамамланған.

Әгәр үткәндәргә күҙ һалһаң, 1568 йылдан алып дүрт быуат ярым эсендә Рәсәй менән Төркиә араһында барлығы 16 һуғыш теркәлгән. Шул 16 һуғыш эсендә Рәсәй 12 тапҡыр еңгән, ике тапҡыр еңелгән, ике алыш бер яҡтың да еңмәүе менән тамамланған.
Күреп тораһығыҙ, күрһәткестәр беҙҙең файҙаға. Шулай ҙа, һуғыш уйын түгел, хәҙерге шарттарҙа уны башларға берәү ҙә батырсылыҡ итмәйәсәк... тип танысланырға булыр ине, әгәр Төркиәлә иң юғары даирәләрҙә “Беҙ Рәсәй менән 16 тапҡыр һуғыштыҡ. Тағы бер тапҡыр һуғышыуҙан ҡурҡмаясаҡбыҙ” тип янауҙар ишетелмәһә, йоҙороҡ болғауҙар күренмәһә.
Әйткәндәй, Рәсәй менән Төркиәнең ҡасан һуңғы тапҡыр һуғышыуын тарих үҙе лә онотоп бара буғай. Асылда иһә, һуңғы алыш Беренсе бөтөн донъя һуғышы йылдарында теркәлгән һәм күршеләрҙең еңелеүе, бөйөк дәүләт булараҡ тарҡалыуы менән тамамланған.
Әлеге хәрби низағ, бер ҡараһаң, Төркиәгә лә, Рәсәйгә лә ҡағылмай, бары тик Сүриәгә ҡарата бәйле булған мөнәсәбәттәр менән генә сикләнә һымаҡ. Эйе, Рәсәйҙең Сүриәлә үҙенең мәнфғәттәре бар. Төркиә лә үҙ өлөшөн алырға, үҙәктәренә үткән курдтарҙы һелкетеп алырға теләге ҙур.
Бәхәс ҡайһы йүнәлештә ҡуйырыр, ваҡыт үҙе күрһәтер. Ләкин был низағта Төркиәнең күберәк юғалтыуы көн кеүек асыҡ. Мәҫәлән, төрөктәр Рәсәй өсөн Босфор боғаҙын ябыуҙары ихтимал, ләкин беҙҙә үҫешкән транспорт, тимер юл, порттар инфрасруктураһы бар. Беҙгә бер аҙ ҡиммәткә төшәсәк, ләкин күпкә түгел.
Ә Төркиә курорттарында миллиондарса рәсәйҙәр өсөн генә тәғәйенләнгән урындарҙы кем биләр? Төрөктәр зыянын кем ҡаплар? Төрөктәр беҙҙең өсөн генә помидор үҫтерә, уларҙы кем һатып алыр? “Төрөк ағымы” газ үткәргесе ҡеүәтен көндән-көн арттыра, ә киләһе йылға – президент һайлауҙары, шундай шарттарҙа төрөктәр кемгә өҫтөнлөк бирер? Донъяны сир баҫып килә, иҡтисади көрсөк янай, бындай шарттарҙа ике ил араһындағы конфликт һис тә халыҡ файҙаһына түгел.
Беҙҙең фараз: яҡын арала йоҙороҡ болғауҙар, янауҙар тынасаҡ һәм был хаҡта берәү ҙә иҫкә алырға теләмәйәсәк. Ҡыҫҡаһы, Төркиә курорттарында хаҡтар бер аҙ артасаҡ, йә төшәсәк, ләкин халыҡ тырнана-тырнана Төркиәгә чартер эҙләй башлаясаҡ.
Читайте нас в