-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Март 2020, 09:40

Төндәлектәр. Еңеүселәрҙе һағынғанда. Ауыл уртаһында һәйкәл тора.

60-сы йылдар аҙағында ауыл клубында Стәрлетамаҡтан килгән һәүәҫкәр скульптор һуғышта һәләк булған яугирҙарға һәйкәл әҙерләй башланы. Ул осор минең атайым – Мөстәҡим Хөснөтдин улы – урындағы хужалыҡта партия ойошмаһы секретары булып эшләй ине. “Маяҡ” колхозы рәйесе Вәғиз Мәжит улы Мөхәмәтшин менән ҡулға-ҡул тотоношоп, гөрләтеп эшләгән саҡтары бар ине. Хужалыҡ –алдынғы, ауыл ялт итеп тора, халыҡ – ҡәнәғәт.

1969 йылда минең атайымды хужалыҡ рәйесе итеп һайланылар. Һәйкәл менән уға йөрөргә тура килде. Скульптор бабайҙың беҙгә йыш ҡына килеп, һәйкәл мәшәҡәттәре менән шөғөлләнгәнен хәтерләйем. Аҙаҡ атайымдың һөйләп ултырғаны иҫтә ҡалған: “Минең карточканы алып китте, башын һиңә оҡшатып эшләйем, тине”, – тип әйткәйне.
Һәйкәл рәсми рәүештә 1985 йылда, Бөйөк Еңеүҙең 40 йыллығы айҡанлы асылды, шикелле, хәтерем алдамаһа. Әсәйем һәр ваҡыт: “Эшләгән кешеһе атайыңдың һүрәтен алған, үҙенә оҡшап тора”, – тип әйтә торғайны.
Үкенескә ҡаршы, атайым был көндәрҙе күрә алманы, 1974 йылдың яҙында вафат булды.
Атайым, уның дуҫтары, яуҙаштары, ауылдаштарым хаҡында байтаҡ яҙырға тура килде. Артабан да яҙыу теләге бар. Әлегеһе Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы донъя күрә. Иҫкәрмә өсөн шуны әйтке килә, интернет-ҡулланыусы оҙон-оҙон мәҡәләләрҙе бик уҡып бармай. Социаль селтәрҙәрҙең дә үҙ талабы бар. Шуға, ҡыҫҡа ғына хәтирәләр сыҡһа, аптырамағыҙ, хаталар күренһә, үпкәләмәгеҙ. Яҙғандарым уйҙырма түгел, әҙәби әҫәргә тартым хәтирәләр рәүешендә ижад ителде.
Ошо һәйкәл темаһы, бәлки, мине яҙыусы иткән, ижадҡа дәртләндергән иҫтәлек булды. 1975 йылда ошо хаҡта “Мин ҡайтырмын, әсәй!” тигән тәүге хикәйәмде яҙғайным. Ул район гәзитендә баҫылып сыҡты, аҙаҡ, 1980 йылдамы, “Ленинсы” гәзитендә донъя күрҙе. Яҡташтар бер автобуста ялға ҡайтҡан саҡта тиңдәш егеттәр һәм ҡыҙҙар минән: “Ленинсы”ла хикәйәһе сыҡҡан яҙыусы Рәлиф Кинйәбаевмы һин?” – тип һораны. Ә мин ул осор үҙемдең ныҡлап ижадҡа тотоноромдо, китаптарым сығыуын, пьесаларым ҡуйылыуын күҙ алдыма ла килтермәй инем.
Аҙаҡ, яңы быуаттың унынсы йылдарында, Зөлфиә һәм Жәүит Шакировтар менән бер бик мул табынды уртаҡлашырға тура килде. Шунда Жәүит менән таныштырғас, сәхнә йондоҙо: “Һеҙҙең “Мин ҡайтырмын, әнкәй!” тигән исемле хикәйәгеҙ юҡмы?” – тип һораны һәм, эйе, тигәс, ҡосаҡлап алды. “Ленинсы”лағы хикәйәне уҡып, инсценировка яҙып, Башҡортостанда, Татарстанда башҡарып йөрөгән. “Мин – йырлайым, халыҡ үкереп, илай”, – тип һөйләгәне әле лә хәтерҙә.
Ҡуй, етәр, әсәйем мине баҫалҡы булырға өйрәтте. Үҙем хаҡында һөйләп алам да китәм. Яугирҙарҙы онотмайыҡ!
Атайым һуғыштан еңеп ҡайтмаһа, ошо һәйкәлде ауыл уртаһына ҡуймаһалар, уның хаҡында хикәйә яҙмаһам, бәлки яҙыусы ла сыҡмаҫ ине.


--------------------------------------------------------
Авторҙың ошо темаға арналған мәҡәләһе һеҙҙе ҡыҙыҡһындырыр, моғайын: “Төндәлектәр. Еңеүселәрҙе һағынғанда. Тыумай ҡалғандар ауылы.”.

Читайте нас: