Рәсәй-Төркиә мөнәсәбәттәренең боҙолоуы башҡа илдәргә файҙа килтерһә, төрөктәргә зыян булып әйләнеп ҡайтыуы бик ихтимал. Былтыр, мәҫәлән, Төркиә ярҙарында 5 миллионға яҡын турист ҡыҙынған. Быйыл сир таралыуын, хәрби низағтың ҡуйырыуын иҫәпкә алһаҡ, 4 миллион самаһы турист көтөлә. Рәсәй Туристар союзы билдәләүенсә, һәр ял итеүсе Төркиәлә мең долларға яҡын аҡса ҡалдыра. Туристар һанын ошо долларҙарға ҡабатлағыҙ. 4 миллиард доллар тигән һүҙ.
Төркиә әлегә бындай аҡсанан баш тартырға әҙер түгел. Шуның өсөн бөгөн Төркиәлә бәхәсте еңелерәк юл менән хәл итеү юлдарын эҙләйҙәр. Аналитиктар билдәләүенсә, төрөктәр бик һаҡсыл халыҡ. Улар сәйәси өҫтөнлөктәргә ҡарағанда матди табышты юғарыраҡ ҡуя. Сәғәттәр буйы һатыулашырға әҙер, ләкин үҙ аҡсаһын ҡулынан ысҡындырмай. Шуның өсөн 4 милдлиард доллар яҡтыһында НАТО ағзаһы булыу ҙа, Сүриәләге мәнфәғәттәр ҙә һүнеп ҡалғандай.