+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Март 2020, 18:50

Ир менән ҡатын (Хикәйәнең дауамы)

Риф ауыр итеп көрһөндө, күҙҙәрен ситкә йәшерҙе.– Мәрзиә, минең хаҡта әллә нимәләр уйлай алаһың, ләкин мин ҡатынымды тота алманым. Эсте, һуңлап ҡайтты, мине һанға һуҡманы... Сәбәптәре – йөҙ төрлө.– Ә балаларың?

Риф ауыр итеп көрһөндө, күҙҙәрен ситкә йәшерҙе.
– Мәрзиә, минең хаҡта әллә нимәләр уйлай алаһың, ләкин мин ҡатынымды тота алманым. Эсте, һуңлап ҡайтты, мине һанға һуҡманы... Сәбәптәре – йөҙ төрлө.
– Ә балаларың?
– Ике улым бар. Донъялары бөтөн, ҡулымдан килгәнсә ярҙам иттем. Хәҙер үҙем өсөн йәшәргә теләйем.
Мәрзиәлә Рифте йәлләү тойғоһо уянды. Күҙ алдына Рифтең атаһы Нәғим ағай килде. Ҙур өйҙә ҡатыны менән икәү генә йәшәп яталар. Эргәләренән үткән һайын Мәрзиә уларҙың ҙур тәҙрәһенә күҙ һала, инеп, сепрәк төҫө күрмәгән быялаларын йыуғыһы, гәрнистәрен аҡ төҫкә буяғыһы килә. Баҡсаларын сүп баҫты, ҡарт менән ҡарсыҡҡа ярҙам итеүсе юҡ. Өйҙәрен дә йүнләп йылытмайҙар икән, тип һөйләйҙәр.
Мәрзиәнең телефоны шылтыраны. Ғайсар шылтырата, уның һандары. Нимә булған? Ыңғыраша, әллә тағы иҫерекме икән? Ҡатын көс-хәл менән иренең: “Үләм, ҡотҡар...” – тигәнен генә аңғарып ҡалды. Уф, Хоҙайым, нимә булған?
– Минең ир шылтырата. Тиҙ генә ҡайта һалайым.
– Ә мин һине илтеп ҡуям. Шунда...
– Кәрәкмәй! Тағы әллә нимә һөйләрҙәр. Такси тотормон.
– Улайһа, әйт, Мәрзиә, миңә кейәүгә сығаһыңмы?
Мәрзиә ҡапыл туҡтаны. Был һүҙҙәрҙе ҡасан ишеткәйне әле ул? Кейәүгә, тинеме?
– Кейәүгә, тиһеңме? Ә атай-әсәйеңдең фатихаһын алдыңмы?
Ир ҡапыл һелкенде, башы төштө, кәүҙәһе эйелде, ҡулдары һалынды.
– Һиңә һаман фатиха кәрәкме?
– Эйе. Рәсми айырылышмайынса, никахлашмайынса, атай-әсәйеңдең ризалығынан тыш беҙҙең мөнәсәбәттәрҙең булыуы мөмкин түгел.
– Мәрзиә! Үкенмәҫһеңме?
– Нисәмә йылдар көттөм. Тамсы ғына ла үкенмәнем. Юҡ икән, тимәк, яҙмаған.
– Юғиһә, көтәйемме?
– Үҙең ҡара. Ярай, Риф, ғәфү ит, мин ҡайта һалайым.
Автовокзал эргәһе тулы такси, Мәрзиә бер “жигули”ға ултырып, шоферға меңлек тоттора һалды, машина ауыл яғына осто. Мәрзиә шул арала “тиҙ ярҙам”ға шылтыратты, хәлде аңлатып, адресын әйтеп бирҙе.
Өйгә килеп ингәндә, Нәғим ағай күҙҙәре аларған, йыш-йыш тын алған Ғайсарға һыу эсереп булаша ине.
– Ярай, күреп ҡалдым, урамда ыңғырашып ята ине. Үҙе иҫереккә лә оҡшамаған.
Хәлһеҙ ир тороу түгел, һыу ҙа эсә алмай. Ул арала булмай, “тиҙ ярҙам” килеп етте һәм хәл өҫтөндәге ирҙе тейәп, ҡалаға уҡталды.
Мәрзиә үҙенең арығанын тойҙо.
– Рәхмәт, Нәғим ағай, – тине ул. – Ярай әле, күреп ҡалғанһығыҙ.
– Мин дә йомош менән килгәйнем, – тине ҡарт уңайһыҙланып ҡына. – Инәйең бик ауыр ята, Рифте көтә инек. Инеп, аш бешереп бирә алмаҫһыңмы икән? Һуғымдан матур ғына һөйәк ҡалғайны. Инәйеңде әйтәм, һурпа эскем килә, ти.
Һурпа эскеһе килә?
– Ярай, бабай. Хәҙер инәм. Бына әйберҙәремде ҡуям да.
(Дауамы бар)
Читайте нас: