+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Март 2020, 15:00

Төндәлектәр. Атайым ни өсөн һуғыш хаҡында һөйләргә яратманы? Бәлки ҡаты яраланып ҡайтыуы сәбәпсе булғандыр.

Мәктәптә уҡыған йылдарҙа һуғыш ветерандары менән осрашыуҙар даими була һәм беҙҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята торғайны. Тик атайымдың бер тапҡыр ҙа килеп, уҡыусылар менән осрашып, яу йылдары хаҡында һөйләгәнен хәтерләмәйем. Ошо хаҡта һуңыраҡ әсәйем менән иҫкә ала торғайныҡ.

Мәктәптә уҡыған йылдарҙа һуғыш ветерандары менән осрашыуҙар даими була һәм беҙҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята торғайны. Тик атайымдың бер тапҡыр ҙа килеп, уҡыусылар менән осрашып, яу йылдары хаҡында һөйләгәнен хәтерләмәйем. Ошо хаҡта һуңыраҡ әсәйем менән иҫкә ала торғайныҡ.
Атайым 1926 йылда тыуһа ла, военкоматтан килеп: “Һин бейек, таҙа кәүҙәле, тимәк, метрикаң дөрөҫ яҙылмаған. Һин 1925 йылда тыуғанһың!” – тип һуғышҡа алып киткәндәр. Өләсәйем улын юллап йөрөп ҡараһа ла, уның һүҙенә кем ҡолаҡ һалһын инде...
Атайымдың ағайҙары, әсәйең яңғыҙ ҡала, ҡайтмай ҡуйһаң, ҡараусыһы булыр, тиҙ генә өйлән, тип күрше ауылдан әсәйемде алып бирәләр. Ул ваҡыт атайыма – 17, әсәйемә 16 йәш була. Атайым ылауға ултырып яуға китә, ә әсәйем үҙе һымаҡ ҡыҙҙар, малайҙар менән сана шыуып, тороп ҡала. Атайым ошо ваҡиғаны онотмай, әсәйемә үпкәләп, ҡайһы ваҡыт иҫенә төшөрә торғайны.
Атайым разведкала хеҙмәт итә, ике миҙал, орден менән бүләкләнә. Разведка өсөн хас уяулыҡ һәм һиҙгерлек уны ғүмеренең аҙағына тиклем оҙатып йөрөнө. Әгәр берәй яҡҡа командировкаға китһә, Фәсхетдин бабай, йә Миңлебулат бабай инеп сыҡҡанда, мейес алдына ултырып, тәмәке тартһа, 2-3 көн үткәс ҡайтҡан атайым, өйҙә кем тәмәке тартты, тип ризаһыҙлыҡ белдерә торғайны. Үҙе лә яуға киткәнсе тартҡан, разведкала хеҙмәт иткәс, ташларға тура килгән.
Атайым китап уҡырға яратты. Шахмат алып ҡайтып, уйнарға өйрәтте, өйҙә үҙ-ара турнирҙар ойоштора торғайныҡ. Хатта шахмат китабын алып ҡайтҡанын да хәтерләйем. Ә китап уҡыуға килгәндә, барыбыҙ ҙа уҡый инек. Шулай, уҡыуға һөйөү беҙгә атайҙан мираҫ булып ҡалды.
Читайте нас: