-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Март 2020, 19:14

Төндәлектәр. Ҡайтҡандар һәм ҡайтмағандар тураһында. Хәкимә инәйҙең ҡайғыһы.

Мөхәммәтғәле бабайҙан башлағым килә. Таҙа кәүҙәле, үҙе һәр саҡ йылмайып, ипле генә һөйләшкән бабайҙан беҙ шөрләй инек. Ә ул һис тә үҙенән ҡурҡырлыҡ түгел ине. Кистәрен баҡса артына сығып, үҙе һымаҡ бабайҙар менән әңгәмә ҡороп, еҙ ҡурай тартып ултырғанын хәтерләйем. Көйө лә ҡолағымда сыңлап тора. Ошо бабайҙың уңғанлығына әле булһа таң ҡалам. Нисә ҡарама, аяҡ өҫтө эш менән була. Һарай арты тулы – умарталар. Балаларының күплеген хәтерләйем. Мөхәммәтғәле бабай һуғышҡа биш улын оҙатҡан, бишеһе лә иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан, лайыҡлы тормош көткән. Аталары һымаҡ ипле һәм тыныс, егәрле бабайҙар иҫтә ҡалған. Әлегә мин уларҙы берәмләп һанап, һәр береһен барлап тормам, уныһы һуңыраҡ булыр. Мөхәммәтғәле бабайҙың тормоштан ҡәнәғәт йөҙөн иҫкә төшөрәм дә Хәкимә инәйҙе күҙ алдыма килтерәм.

Хәкимә инәйҙең йөҙө ҡайғылы, аҙымдары ауыр. Шулай булмай, ни хәл итәһең, яу сыҡҡас, фронтҡа киткән биш малайҙың, исмаһам, береһе әйләнеп ҡайтһасы... Хәҙер үҙҙәре түгел, исемдәре лә онотолоп бара. Ошо хаҡта 80-се йылдарҙа бер яҙғайным. Хәкимә инәйҙең ҡыҙҙары Зөһрә апай менән Фәниә апай, ағайҙарыбыҙ хаҡында яҙғаның өсөн рәхмәт, улар хаҡында һөйләрбеҙ әле, тигәйнеләр. Бер ғүмер етмәне, апайҙар мәңгелеккә күсте, аралар алыҫлашты. Хәҙер уларҙың ейән-ейәнсәрҙәре менән генә аралашырға ҡала. БР Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина, фән кандидаты Ирина Ҡолһарина – Фәниә апайҙың ейәнсәрҙәре инде. Яңыраҡ Ҡабыҡҡыуышҡа барып, кисә үткәргәндәр. Бик матур үткән, тип һөйләйҙәр.
Мөхәммәтғәле бабай менән Хәкимә инәйҙең улдарын хәҙер ауылда бик һирәк иҫкә алалар. Күпселектә, был ниндәй һуғыштыр инде, Мөхәммәтғәленең биш улы ла иҫән-һау йөрөп ҡайтҡан, Хәкимә инәйҙең – бишеһе лә ятып ҡалған, тиҙәр.
Алда ауылдаш егеттәргә, һуғыш батырҙарына, тағы әйләнеп ҡайтырбыҙ, исемдәре менән иҫкә алырбыҙ әле.
Читайте нас: