+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Март 2020, 08:15

Төндәлектәр. Ә һуғыш нисек була икән ул? Атай тәнендәге яралар.

Беҙҙең ауыл ҙурҙарҙан иҫәпләнә – өс яҡтан тора. Беҙ йәшәгән урам – Түбән яҡ, Күндерәктең үрге ағымындағыһы – Юғары яҡ, йылғаның уң ярындағыһы – Аръяҡ.

Беҙҙең ауыл ҙурҙарҙан иҫәпләнә – өс яҡтан тора. Беҙ йәшәгән урам – Түбән яҡ, Күндерәктең үрге ағымындағыһы – Юғары яҡ, йылғаның уң ярындағыһы – Аръяҡ.
Үҙебеҙҙең яҡтан, Фәсхетдин бабайҙан башлайым. Миңһылыу инәй менән күрше генә йәшәп яталар. Беҙгә инмәй ҡалған көндәре юҡ, сәй эскән, аш ашаған арала бабай ултырып мейес алдында тәмәке тарта. Әле лә хәтерләйем, иҫке өй, Миңә 4-5 йәштер, усаҡ уты менән уйнарға яратам. Йылы, яҡты һәм күңелле.
Бөгөн ҡолағыма ишетелгәндәй, Фәсхетдин бабайым, тап һуғыштағы һымаҡ, тигән шомло һүҙ әйтте. Минең ҡолаҡ ҡарп итеп ҡалды. Ниндәй һуғыш? Кемдәр менән? Ни өсөн? Әсәйемдән һораша башланым. Ярай, һуғышта ут булғаны аңлашыла, ул ут беҙгә күренгәнме, анау тау артында янғанмы? Юҡ. Ут йыраҡта янған, һуғыш та, тимәк, шунда булған.
Шунан алда ғына Шәретдин бабай менән Энгельс абзый һуғышҡайны. Үәт, ҡыҙыҡ булды! Энгельс абзый ул заманда боронғо “Москвич” менән хужалыҡ рәйесе Вәғиз бабайҙы йөрөтә. Энгельс абзый һуңлап ҡайтҡан да, машинаһын тау башына ҡуйып, өйөнә керә алмаған, машина эсендә ятып йоҡлаған. Төндә, моғайын, тибеп, тиҙлек рычагын ысҡындырғандыр, “Москвич” төшөп киткән һәм бабайҙың яңы ғына төҙөп ингән өйөнөң мөйөшөнә бәрелгән. Бабай “дыңҡ” иткән тауышты ишеткән ул ишетеүгә, ләкин тороп йөрөмәгән. Иртән тороп сыҡһа, өй мөйөшөндә машина ултыра, эсендә водитель йоҡлап ята, “Москвич” шул көйө, ә өй бер нисә сантиметрға күскән.
Уларҙың һуғышыуын күрһәң! Ярты ауыл йыйылды. Икәү башлағайнылар, балалары, ҡустылары ҡушылды. Ярай әле, хужалыҡ рәйесе килеп сығып, бер һөрәнләгәйне, сәпсектәр һымаҡ, ҡастылар ҙа бөттөләр. Үәт, һуғыш булғайны!
Атайҙың уң ҡулының имгәнгәнен, кәүҙәһенең уң яҡтан баштан-аяҡҡа тиклем тишкеләнеп бөткәнен күрә инем. Һеңлем менән беҙ уларҙы һанайбыҙ. Күпме булғандыр, утыҙмы, ҡырҡмы, иллеме... Беҙ һанарға шулай өйрәндекме? Аҙаҡ атайым һөйләне, 1944 йылдың аҙағындамы, Кёнигсберг өсөн һуғышҡанда, ул ҡаты яралана, беҙҙең бәхеттән, иҫән ҡала һәм госпиталгә оҙатыла. Госпиталдә ҡулын дауалап ҡарағандан һуң ҡырҡырға тәҡдим итәләр. Өлкәнерәк яралылар: “Ризалашма! Һин әле йәш, ҡул кәрәк булыр”, – тип өгөтләйҙәр. Атайым ҡулын ҡырҡтырыуҙан баш тарта.
70-се йылдарҙа яҙылған һәм район гәзитендә донъя күргән тәүге шиғырҙарымдың береһенлә
Атай тәнендәге яра һымаҡ
Ер яраһы – йәнһеҙ окоптар.
Шул окоптарҙа күмелеп ҡалған
Күпме ҡайғы, күпме шатлыҡар. – тип яҙғайным.
Читайте нас: