+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Март 2020, 13:57

Төндәлектәр. Барый бабайҙың балалары. Һигеҙ егет эшкә тотонһа...

Шуныһын ғына беләм, Барый Басир улы Ибраһимов беҙҙең ауылға агроном булып эшкә килгән һәм Зәйнәб инәй менән мәңгелеккә тороп ҡалған. Улар беҙҙең ауылда һигеҙ малай үҫтерҙеләр. Һигеҙ малайға һигеҙ төрлө кейем кәрәк. Зәйнәб инәй уларҙың барыһына ла үҙе тегеп кейендерә һәм ауылда иң матур кейемдәр уның малайҙарыныҡы була торғайны. Ҡараңғылы яҡтыла тегеп, күҙҙәре бик насар күрә ине. Әсәйем: “Зәйнәб еңгәнең шәме төнө буйы һүнмәй. Йә тегә, йә ямай торғайны. Өҫтәүенә, еңгә, өйрәт, тип беҙ киләбеҙ. Баш тартмай, өйрәтә торғайны”, – тип хәтерләгәне иҫтә ҡалған.

Барый бабай агроном, ғәләмәт шәп еләк-емеш баҡсаһы бар. Бабай генерал Шайморатовтың кавалерия дивизияһында хеҙмәт иткән. Яраланған, наградаларға лайыҡ булған. Ибраһимовтарҙың төпсөгө – минең синыфташым, дуҫым Наил атаһының хеҙмәтен дауам итә. Нимәгә тотонһа ла, ҡулынан килә. Хәҙер райондың баш агрономы, өлгөлө өй хужаһы. Хеҙмәтенә ифрат яуаплы ҡарай. Атаһының һирәк-мирәк беҙгә һуғыш хаҡында һөйләгәнен хәтерләйем. Беҙ уның хәтирәләрен йотлоғоп тыңлайбыҙ һәм ғәжәпләнә инек. Бәләкәй генә бабай ҡылыс менән нисек фашистарҙы ҡырған, иҫән-һау йөрөп ҡайтҡан, – тип һоҡлана инек.
Барый бабай минең яҙмышымда, хатта һөнәр һайлауымда хәл иткес урын алып тора. Ул – ауыл хәбәрсеһе, хужалыҡ тормошонан да мәҡәләләрҙе даими яҙып тора. 1973 йылдың яҙында район гәзитенән миңә, 9-сы класта уҡып йөрөгән малайға (әпәт үҙем хаҡында һөйләй башланым), яңы моронлап килгән йәш хәбәрсегә, ауыл хәбәрсеһе Барый Ибраһимов хаҡында мәҡәлә яҙырға задание бирҙеләр. Ҡыуана-ҡыуана яҙып бирҙем мин уны. Редакция һынлы редакциянан эш ҡуштылар бит. Элек 5 май – “Правда” гәзитенең тәүге һаны сыҡҡан көн – совет матбуғаты көнө ине. Район гәзитендә “Ауыл хәбәрсеһе” тигән мәҡәләм ярты биттән күберәк булып килеп сыҡты. Гәзитте күрмәнем, кисен Табылдыға тансаға барҙыҡ. Малайҙары уҫал, аяуһыҙ инеләр, мине туҡмарға итәләр. Беҙҙең ауылдан Фруза апай (диктор Таһир Вахитовтың өләсәһе) клуб мөдире булып эшләй, мине күргәс: “Туғаным, “Ленин юлы”нда мәҡәләң сыҡҡан!” – тип ҡыуандырҙы. Эйе, ҙур мәҡәлә сыҡҡан. Табылды малайҙары ла, ышанмай, тотоп ҡаранылар һәм мине дөмбәҫләү уйынан баш тарттылар. Хәҙер килеп, шуға төшөндөм, хәбәрсе һөнәрен һайлап, дөрөҫ эшләгәнмен икән. Рәхмәт һеҙгә, Барый бабай! Мин һеҙҙең ышанысығыҙҙы аҡларға тырыштым.
Читайте нас: