Бөгөн бар донъя яҙғы моңдарға сорналған мәлдә беҙ һеҙҙе йылдың иң гүзәл байрамы – 8 март менән ҡотлайбыҙ! Иҫәнлек-һаулыҡ, бәхет-шатлыҡ, уңыштар теләйбеҙ! Һеҙҙән башҡа тормошобоҙҙо күҙ алдына килтереүе мөмкин түгел. Беҙ һеҙҙең алда мәңге бурыслы. Күктәребеҙ тыныс, тормошобоҙ түңәрәк, йәшәйешебеҙ еңел булһын! Ихлас ҡотлауҙар менән, “Һәнәк” (“Вилы”) журналының ир-егеттәре.