Республика Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә коронавирустың таралыуы менән бәйле мәсьәләгә етди ҡарарға кәңәш итте. Әгәр етди ҡарамаһа: “Моғайын, беҙгә сир килеп етмәйәсәк, тип уйлаһаҡ, бер ҡатлы, йә алйот булырға кәрәк. Мотлаҡ килеп етәсәк. 15 меңдән ашыу кеше сит илдәрҙә булды, ике аҙна самаһы ваҡыт үтте. Шулай булғас, килеп етәсәк, әҙер булайыҡ”, – тип әйтмәҫ ине.
Асылда, сир эргәлә генә йөрөй, тик беҙ уға иғтибар итмәйбеҙ һәм көтмәйбеҙ.
Һуңғы ике аҙнала беҙҙең редакция хеҙмәткәрҙәренә ҡағылған өс кенә ябай миҫал. Беренсеһе. Күрше редакцияларҙың береһенә Өфө эргәһендәге ауылдан яңы хеҙмәткәр ҡабул иттеләр. Бер нисә көндән ҡәләмдәштең ауылында Италияла ял итеп ҡайтҡан ҡатындың яҡын кешеһенең вафат булыуы мәғлүм була. Шау-шыу ҡуба, тикшереүҙәр башлана, ярай әле, беҙҙең бәхеткә, сир раҫланмай. Икенсеһе. Яңы ғына үҙебеҙҙең фатирға ҡайтҡас, вахтер эргәһендә махсус кейем кейгән табипты күреп аптыраным. Минең һорауыма: “Фәлән фатирҙан Фәләнскийҙар шунда-шунда ял итеп ҡайтҡандар. Ҡайтыу менән, киҙеүҙән ҡолағандар”, – тип яуап бирҙеләр.
Ярай ҙа киҙеү генә булһа. Өсөнсөһө. Танышым килеп инде. Ярты йыл алдан Италияның тау курорттарының береһенә акция буйынса йүнәлтмәләр алған булған. Үҙегеҙ беләһегеҙ, “итек”тең төньяғы хәҙер хәрби хәлдә. Танышым бара алмауына әллә ҡыуана, әллә ҡайғыра.
Бына шулай, кем әйтмешләй, донъя тар һәм ҡыҫынҡы. Тимәк, беҙгә сирҙе әҙерлек менән ҡаршы алырға һәм талаптарҙы теүәл үтәп, юғалтыуҙарһыҙ ҡотолорға кәрәк.