+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Март 2020, 00:29

Һеҙгә ниндәй ир кәрәк?

Ихтыяж тәҡдимде билдәләй, тигән һымаҡ, был һорауға яуапты тиҙ генә әүәләп булмай. Хәҙерге шарттарҙа иң ҡатмарлыларҙың береһе ул. Айырыуса, ир-ат нисбәтен һәм һәр унынсы ҡатынды етәкләрлек көслө зат юҡлығын иҫтә тотҡанда. Иң тәүҙә үҙегеҙ өсөн аныҡ маҡсат билдәләгеҙ: һеҙгә кем кәрәк, аҡса табыусымы, әллә эштән арып ҡайтып ашарға таптырыусы, йә телевизорға текәлеп ултырыусымы. Беҙ кемгә нимә етмәй, шуны эҙләй, тигән маҡсаттан сығып, аҡылдан башларға булдыҡ.

Ихтыяж тәҡдимде билдәләй, тигән һымаҡ, был һорауға яуапты тиҙ генә әүәләп булмай. Хәҙерге шарттарҙа иң ҡатмарлыларҙың береһе ул. Айырыуса, ир-ат нисбәтен һәм һәр унынсы ҡатынды етәкләрлек көслө зат юҡлығын иҫтә тотҡанда. Иң тәүҙә үҙегеҙ өсөн аныҡ маҡсат билдәләгеҙ: һеҙгә кем кәрәк, аҡса табыусымы, әллә эштән арып ҡайтып ашарға таптырыусы, йә телевизорға текәлеп ултырыусымы. Беҙ кемгә нимә етмәй, шуны эҙләй, тигән маҡсаттан сығып, аҡылдан башларға булдыҡ.
Йөҙөнән аҡыл һарҡып торған һымаҡ
Беҙ һеҙҙең менән ир-ат һата торған магазинда түгел, нимә бар, шуның менән ҡәнәғәт булайыҡ. Иң тәүҙә шым ғына асыҡлағыҙ, һеҙҙе берләштергән уртаҡ темалар бармы? Мәҫәлән, ул Салауат Юлаев хоккей командаһының көйәрмәне, ә һеҙ Аҡбарс өсөн янаһығыҙ икән, Өфөнө һыу баҫмаҫ, ләкин һеҙҙең мөнәсәбәттәрҙең киләсәге юҡ. Уның дуҫтары һеҙҙең никахҡа ғәжәпләнеп һәм йәлләп ҡараясаҡ. Ул, әлбиттә, аралашыу өсөн үҙенә яҡын әңгәмәләшеүселәр эҙләйәсәк һәм табасаҡ. Ҡатын-ҡыҙҙар уға ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы күреп, ундай хужаһыҙҙарҙы үҙ яғына ҡолатырға ғына тора.
Ул һеҙгә ярҙам итергә әҙерме
Был осраҡта көслө затты ҡулға килеп эләккән һәм йылы һыуҙа еүешләнгән шыуғалаҡ һабын менән сағыштырыу урынлы булыр. Һеҙ уға үҙегеҙҙең мәшәҡәттәрегеҙҙе һөйләп ҡарағыҙ һәм һиҙҙермәй генә күҙәтегеҙ. Әгәр күҙҙәре битараф булһа, был мәсьәлә уны ҡыҙыҡһындырмай. Быны раҫлар өсөн уның иҫнәп ҡуйыуы мотлаҡ түгел, теманы көтмәгән яҡҡа бороғоҙ. Сөнки иргә мәрхәмәтлек сараһы түгел, күңел йылыһы бирерлек гүзәл зат кәрәк.
Мөһим түгел, ләкин кәрәк булыуы бар
Мин зауыҡ хаҡында һөйләргә теләгәйнем. Донъя шулай ҡоролған, иң сифатһыҙ тауарҙы ла матур итеп төрөп һатырға сығарһаң, сират тороп аласаҡтар. Тик һаҡ булығыҙ, аяҡтағы тишек тәпешкә, туҙған шорты, иҫке бейсболка эсендә ғәжәп хис-тойғоло, аҡыллы, күңелсәк ир тороуы бик мөмкин. Ундайҙар беренсе осрағандарҙың тырнаҡтарына эләкмәҫ өсөн махсус рәүештә шулай кейенә һәм һеҙҙең уяулыҡты алдай.
Ышаныс мәсьәләһе
Үҙегеҙ беләһегеҙ, был мәсьәлә ифрат ҡатмарлы, йәғни ҡарбуз түгел. Ярып ҡарап булмай. Төрлө эштәр ҡушып ҡарағыҙ, нисек ҡабул итә, тормошҡа ашырғанда ризаһыҙлыҡ белдерәме, әллә ең һыҙғанып тотонамы? Быныһы һеҙгә ваҡ-төйәк һымаҡ тойолор, ләкин шуны онотмағыҙ, һеҙгә һайлау хоҡуғы бирелгән. Һеҙ диванда ятыусы һәм телевизор ҡарауға тәғәйенләнгән йән эйәһен ҡабул итмәйһегеҙ, ә үҙегеҙгә тормош юлдашы, балаларығыҙға атай, ғаилә усағына ут (аҡса, аҙыҡ-түлек, фатир һ.б.) өҫтәүсе һайлайһығыҙ.
Уйын-көлкө мөһимме?
Төп роль уйнамай. Ләкин туйға тиклем һәм туй ваҡытында күңелле генә йөрөгән кешенең ҡулығыҙға килеп эләгеү менән мәңге йәмрәйеп, ауыҙ эсенән мөңгөрләп, кемдәрҙелер әрләп йә шыңшып йөрөүе һеҙгә оҡшар микән? Әлбиттә, оҡшамаясаҡ. Ул да кеше, йәшәүгә хоҡуғы бар, ә уға уңайлы шарттар тыуҙырыу, кәйефен күтәреү һеҙҙең эшегеҙ. Һеҙҙән мөмкин булмағандар талап ителмәй, бейеү, йырлау, тәкмәс атыу кәрәкмәй. Ашарға бешереп, тамағын туйҙырһағыҙ, йылы, таҙа түшәктә йоҡлатһағыҙ, ҡулынан килмәгәндәрҙе талап итеп мейеһен тишкеләмәһегеҙ, ул һәр ваҡыт һеҙҙең эргәлә буласаҡ һәм тоғролоҡ һаҡлаясаҡ.
Читайте нас: