Мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, Рәсәйҙә 438 сирле теркәлгән. Уларҙың күбеһе Мәскәүҙә – 268 кеше.
Башҡортостанда бөгөн дауаханала йоғошло сиргә шик булған 59 кеше иҫәпләнә. Беҙҙең бәхеткә, коронавирус менән сирләүселәр юҡ.
Башҡортостанда йоғошло сир менән бәйле сикләүҙәр кешеләрҙең биләгән вазифаһына ҡарамай. Әле, мәҫәлән, төбәктең финанс министры, бер ҡаланың һәм бер райондың башлыҡтары – мотлаҡ карантинда.
Шул уҡ ваҡытта, адрестарын дөрөҫ күрһәтмәүселәр, сикләү талаптарын үтәүҙән баш тартыусылар осрап тора. Уларҙы яуаплылыҡҡа тарттырырға тура килгән.