+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Март 2020, 13:17

Коронавирус мәңгелек түгел. Йәй тураһында ла уйлайыҡ.

Социаль селтәрҙәр менән файҙаланыусыларҙың күпселеге ишеткәндер, Башҡортостанда, ниһайәт, йоғошло сир менән ауырыусы тәүге өс кеше теркәлгән. Уларҙың икәүһе күптән түгел сит илдән ҡайтҡан, өсөнсөһө эш буйынса Мәскәүгә йыш йөрөгән. Хәҙер уларҙың контактерҙарын асыҡлайҙар һәм дауалау сараларын билдәләйҙәр. Сирләүселәр һаны артмаҫ һәм юғалтыуҙар булмаҫ, тип өмөт итәбеҙ.

Һәр хәлдә, коронавирус та, карантин да мәңге дауам итмәҫ, беҙҙең урамдарға ла байрамдар әйләнеп ҡайтыр әле. Сикләүҙәргә ярашлы, талаптарҙы теүәл үтәп, аралашыуҙарҙы кәметеп, бер-беребеҙгә ярҙам итеп йәшәйек.
Һиҙәһегеҙме, көндәр яҙға тартты. Март бөтөүгә апрель килер, май етер, йәйгә лә күп ҡалмай. Һуңғы ике-өс йылда йәй булманы, быйыл беҙҙе нимәләр көтә һуң?
Гидрометүҙәк быйыл беҙгә эҫе йәй вәғәҙә итә. Эйе, Волга буйы федераль округында, Уралда май аҙағы, июнь-июль бик өмөтлө төҫмөрләнә. Ямғыр ҙа ваҡытында яуып, ҡояш та йомарт йылмайып, ысын йәй булыр һымаҡ.
Оҙайлы мөҙҙәткә фараздар ҙа мәғлүм һәм улар алда торған ҡыш тураһында ла һөйләй. Быйылғы һирәк осрай торған ҡыш, йәғни уның ғүмерҙә булмаған юғары температураһы хаҡында иң кәмендә 20-30 йылға оноторға тура киләсәк. Ҡыҫҡаһы, беҙҙе ҡаты ҡыштар, йылы тундар, ҡалын итектәр көтә.
Ундай ғына һынауҙарҙы беҙ кисерҙек. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ француздарҙың кәрәген биреп, фашистарҙы еңеп ҡайтҡан. Әллә коронавирусты ауыҙлыҡлау, һыуыҡтарҙы еңеү ҡулыбыҙҙан килмәҫ, тип уйлайһығыҙмы? Килер, ишаллаһ. Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!
Читайте нас: