+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Март 2020, 19:09

Мәскәү Кремленән ҡыуаныслы хәбәр. Ҡәләмдәшебеҙ – Президент премияһы лауреаты.

Ысынлап та, Мәскәү был юлы ҡыуаныслы хәбәр менән шатландырҙы. Кремлдә 2019 йылда балалар һәм үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән әҫәрҙәр өсөн Рәсәй Президенты премияһы лауреаттарын билдәләгәндәр. Был юлы юғары дәүләт премияһы лауреаттары араһында яҡташыбыҙ ҙа бар...

Ысынлап та, Мәскәү был юлы ҡыуаныслы хәбәр менән шатландырҙы. Кремлдә 2019 йылда балалар һәм үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән әҫәрҙәр өсөн Рәсәй Президенты премияһы лауреаттарын билдәләгәндәр. Был юлы юғары дәүләт премияһы лауреаттары араһында яҡташыбыҙ Камил Фәруҡша улы Йыһаншин да бар.
Рәсәйҙә Камил Йыһаншинды белмәгән төбәк бармы икән? Барлыҡ Ер шарын йәйәүләп йөрөп сыҡҡан сәйәхәтсе, серле тәбиғәт донъяһын кешеләргә асыусы яҙыусы, егәрле һәм уңған ҡәләмдәш.
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Камил Йыһаншин ижады күптәргә таныш. Ул Рәсәйҙә иң күп нәшер ителгән һәм китаптары һатылған ҡәләмдәштәребеҙҙең береһе.
Олуғ бүләгегеҙ менән, хөрмәтле Камил Фәруҡша улы! Һеҙгә һаулыҡ, бәхет, ижади уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас: