+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Март 2020, 10:32

Путин дәүере ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Европала Рәсәй менән Люксембургты сағыштыралар.

Әлбиттә, сағыштырыу урынһыҙ һәм һис тә Люксембург файҙаһына түгел. 145 миллион кеше йәшәгән Рәсәй менән 800 мең самаһы халҡы булған кенәзлек араһында оҡшашлыҡ табырға тырышыу йылмайыу тойғоһо ғына уята. Европа күҙәтеүселәре Рәсәй тормошон өйрәнә һәм Владимир Путин дәүерендә коронавирусҡа ҡаршы көрәштең серҙәрен белергә ынтыла. Уларға Рәсәйҙәге ҡәтғи тәртип, яуаплылыҡ һәм маҡсатҡа ынтылыш оҡшай икән.

Әгәр шулай булмаһа, һуңғы тәүлеккә Рәсәйҙә 438 сирле теркәлһә, Люксембургта уларҙың һаны 700-ҙән артып киткән. Бында иһә Италия тураһында һүҙ ҙә юҡ. Рәсәй Президенты менән Италия премьер-министры ашығыс ярҙам тураһында, италиандарҙы ҡотҡарыу хаҡында, тип аңлағыҙ, һөйләшеп бөтөүгә, Рәсәйҙең тәүге самолеттары кешеләр һәм ҡорамалдар менән көньяҡ-көнбайыш йүнәлешендә оса ла башланы.
Ошондай ҡатмарлы һынауҙар ваҡытында Рәсәй халҡы берләшергә һәм башҡаларға өлгө күрһәтергә тейеш.
Читайте нас: