+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Март 2020, 19:21

Төндәлектәр. Һуғыштың яҙылмаған биттәре. Хәрби әсир михнәттәре-2.

“Шулай итеп, олатайым өс көн буйына ҡайтмай, өләсәйемә уны юллап алыуҙан башҡа сара ҡалмай. Болдорҙа ул иренең һуғыштан кейеп ҡайтҡан туҙып бөткән трофей итеген күреп ҡала. Өндәшмәй, тауыш күтәрмәй өләсәй. Хужабикәнән сәй ҡуйыуын һорай, тегеһе ҡалтыранған ҡулдары менән сәй ҡуя.

“Шулай итеп, олатайым өс көн буйына ҡайтмай, өләсәйемә уны юллап алыуҙан башҡа сара ҡалмай. Болдорҙа ул иренең һуғыштан кейеп ҡайтҡан туҙып бөткән трофей итеген күреп ҡала. Өндәшмәй, тауыш күтәрмәй өләсәй. Хужабикәнән сәй ҡуйыуын һорай, тегеһе ҡалтыранған ҡулдары менән сәй ҡуя.
– Зарифа, мин һиңә йомош менән килдем бит әле, – тип башлай өләсәй. Көнө-төнө колхоз эшендә йөрөлә, өйҙә – өс бала. Етмәһә, Әхмәтйәрҙең ата-әсәһен бер үҙем ҡарайым. Беләһеңдер, ҡайным менән ҡәйнәм икеһе лә бик ҡарт. Колхоз эше, мал-тыуар шыпа йонсотто. Һине электән дә уйлап йөрөй инем. Йәшһең, ирең юҡ, эшкә уңғанһың, минең иремә икенсе ҡатынлыҡҡа кил. Һин йорт-ҡура эшен алып барырһың, мин колхоз эшенә йөрөрмөн. Беҙ ҡайтыуға ете кешегә аш-һыу яраштырыу еңел булмаҫ, ҡулдан килгәнсә үҙем дә ярҙам итермен. Йәй үтеп бара, картуф күмелмәгән, һарайҙы тиреҫ сығарылмаған, бесән сабылмаған. Мал менән дә айҡашырға тура килә. Һанай китһәң, тауыҡ сүпләһә лә, бөтөрлөк түгел инде. Ана, малайҙарҙың кейемдәрен йыуырға, ямарға кәрәк, үҙем өлгөрмәйем. Иртәгә тиклем уйла, иртәгә кис биштәргә үҙем киләм, сумаҙан-тоҡтарыңды әҙерләп ҡуй. Күсереп алып ҡайтам. Хәҙер муллаға өндәшәм, бер ыңғай кисен никахын да уҡытырбыҙ, – тип сығып китә.
Күп тә үтмәй, бер ни булмағандай, ире ҡайтып инә. Был хаҡта ауылда әле лә һөйләйҙәр. Сөнки олатайым башҡа бер ваҡытта ла юғалмай, йәбешеп ятып донъя көтә. Өсәүгә ҡушып, тағы ла ете бала үҫтерә.
Эйе, олатайға еңел булмай. Ҡырҙан килгән бер мәктәп директоры, башҡаларға һүҙе үтмәһә лә, олатайымды әрләп, үс ала торғайны. Кеше алдында “һатлыҡ йән”, “хыянатсы”, тип әйтеүҙән дә тартынманы, мәктәптә үткәрелгән кисәләргә саҡырыуҙан тыйҙы. Олатайым да ныҡ кеше, бындай ғына һүҙҙәргә бирешерлек түгел ине. Теге директор хатта миңә бер мәртәбә: “Һин – хыянатсы оноғо, предатель тоҡомонан”, – тип әйтеүҙән дә баш тартманы. Ҡайҙа бараһың, көслөнөкө – замана, тигән һымаҡ, түҙергә тура килә инде. Шул директор аҙаҡ эскәне, урлашҡаны өсөн эштән ҡыуылып ҡуйҙы.
Олатайымдың үкенесе ҡалды, Германияла ҡалған ҡатынын, 1945 йылдың башында тыуған ҡыҙын һағына торғайны.
– Фрау Марта мине үлемдән ҡотҡарҙы. Эх, шуларҙы бер барып күргәндә, – тип күҙҙәре йәшләнеп ултырғанын әле лә хәтерләйем.
Ошоларҙы яҙғас, үҙемә лә еңел булып ҡалды. Олатайым үҙе баҫалҡы кеше ине. Әле яҙғандарым уға бер иҫтәлек булһын. Беҙҙән һуң кем хәтергә төшөрөр, тип уйлайһың?
Онота яҙғанмын. Ноғоман Мусиндың теге “Һайлап алған яҙмыш” романын уҡығас, олатайыма алып ҡайтып бирҙем. Илай-илай уҡыны. “Бына бит, минең һымаҡ”, – тип әйтте. Балаларыма, ейән-ейәнсәрҙәремә батыр олаталары булыуы хаҡында йыш ҡына һөйләйем. Йотлоғоп тыңлайҙар. Онотмағыҙ олатайығыҙҙы!”.
Р. Мәүлетҡолов яҙып алды.
Авторҙың ысын исем-фамилияһы редакцияла.
Читайте нас: