Республика Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, сираттағы уҡыу сиреге 2 апрелдә башланырға тейеш. Каникулдар тамамланыу менән мәғариф министрлығы алдында дистанцион уҡыуҙы ойоштороу мәсьәләһе тора. Ә инде каникулдарҙы 12 апрелгә тиклем оҙонайтыу мәсьәләһенә килгәндә, беҙ был хаҡта 26 мартта ҡарар ҡабул итәсәкбеҙ.