Граждандарҙың күпселеге тауыш биреүҙә ҡатнашырға теләй, ләкин уларҙы сәйәси системалағы үҙгәрештәр түгел, социаль мәсьәләләрҙең хәл ителеше күберәк ҡыҙыҡһындыра.
Фекер өйрәнеүҙә ҡатнашыусыларҙың 61 проценты Президент вазифаһын биләүгә сикләүҙе алып ташлауҙы мөһим тип иҫәпләһә, 30 процент – мөһим түгел, тип тапҡан.
Граждандарҙың 95 проценты дәүләт тарафынан медицина хеҙмәте күрһәтеүҙең уңайлылығын һәм сифатын күтәреүҙе мөһим тип иҫәпләй, 92 процент социаль түләүҙәрҙе һәм пенсияларҙы мотлаҡ индексациялауҙы ыңғай баһалаған.
92 процент тәбиғәтте һаҡлауҙы мөһим, тип иҫәпләй. Шулай уҡ фекер белдереүселәрҙең 89 проценты Конституцияла тарихи хәҡиҡәтте һәм илдең территориаль бөтөнлөгөн, бүленмәҫлеген яҡлауҙы дөрөҫ, тип тапҡан. Шул уҡ ваҡытта 73 процент Төп закондың халыҡ-ара хоҡуҡ алдында өҫтөнлөгөн ыңғай баһалаған. Рәсәй халҡы ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауҙы мөһим тип иҫәпләй, ир һәм ҡатын никахын берләшмә булараҡ 80 процент таный.