+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Март 2020, 10:41

Владимир Путин сирлеләр өсөн тәғәйенләнгән дауаханала булды. Рәсәй “итальян” сценарийына әҙер булырға тейеш.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Коммунаркала йоғошло сирлеләр өсөн тәғәйенләнгән дауаханала булды һәм баш табип Денис Проценко менән коронавирус хаҡында әңгәмәләште. Президент баш табиптан сирҙе ауыҙлыҡлау буйынса кәңәштәр биреүен һораны.

Баш табип әйтеүенсә, сирҙең таралыуының ике юлы бар. Беренсеһе – Азия юлы, был осраҡта ҡапыл барлыҡҡа килгән сир тиҙ һүнә, ә Италия осрағында эпидемияны туҡтатып булмай. Беҙгә һуңғы осраҡҡа әҙер булырға кәрәк. Проценко әйтеүенсә, Рәсәйҙә сирҙең Азия юлы менән китеүе лә ихтимал. Был осраҡта сир апрель-майҙа һүнәсәк.
Италияла тәүге сирлеләр ғинуар аҙағында теркәлһә лә, февраль аҙағында ныҡлы тарала башлай. Бөгөн Италия сирлеләр һаны буйынса Ҡытайҙан ҡала – икенсе, ә һәләк булыусылар һаны буйынса беренсе урында. Бөгөн бында йоғошло сирҙән һәләк булыусылар һаны, Ҡытай менән сағыштырғанда, ике тапҡыр күберәк һәм алты меңдән ашыу тәшкил итә.
Ҡытайҙа үткәрелгән әүҙем саралар сирҙе ауыҙлыҡларға мөмкинлек биргән. 24 мартҡа 81588 кеше сирләгән, 73280 кеше һауығып сыҡҡан, 3281 кеше үлгән. Әле властар Ухань провинцияһында карантинды туҡтатыу, ә бөгөн барлыҡ сикләүҙәрҙән баш тартыу тураһында уйлай.
Читайте нас: