-26 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Март 2020, 10:22

Йоғошло сир донъяға ҡарашты үҙгәртә. Ә табиптар һәр ваҡыт кәрәк икән.

Италияла һәм Испанияла хәлдәр ҡатмарлы килеш ҡала. Әле шуныһы мәғлүм, Италияла, мәҫәлән, сирлеләрҙе сорттарға бүләләр һәм кемде ҡотҡарырға мөмкин, кемде – юҡ икәнлеген асыҡлайҙар. Әгәр сирленең хәле насар булһа, уны дауалап тормайҙар, бар көстө тере ҡалырҙайына бүләләр. Испанияла күргәҙмәләр үҙәгендә госпиталь асҡандар, ә Боҙ һарайы мәйетхана ролен үтәй.

Был ике илдә дауалау менән күберәк Рәсәй, Ҡытай, Куба һымаҡ НАТО-ға мөнәсәбәте булмаған илдәрҙән табиптар шөғөлләнә. НАТО бөгөн электән ҡабул ителгән пландарға һәм маҡсаттарға ярашлы, бизнестың именлеген һәм берләшмәнең хәүефһеҙлеген тәьмин итә. Ә Испания менән Италияға үҙ проблемаларын үҙҙәренә хәл итергә тәҡдим иткәндәр.
Украинала һәм Балтик буйы илдәрендә һәм иң ғәжәбе – Польшала Рәсәйгә ҡаршы сәйәсәттең һүнеп ҡалыуын күҙәтәләр. Уның ҡарауы, коронавирус менән бәйле ваҡиғалар байтаҡ етешһеҙлектәрҙе асып һалған.
Йәмғиәттә, йөҙҙәрсә ВУЗ булыуына ҡарамаҫтан, табиптар етешмәй икән. Санитар белемебеҙ һай, мәғлүмәт етешмәй, кешеләр әҙер түгел.
Әлбиттә, эпидемиянан һуң кешелек уяныр, элекке үпкәләрен онотор, татыулыҡтың ҡәҙерен белер.
Әлегә Ер шары коронавирусҡа ҡаршы аяуһыҙ көрәшә. Ана, беҙҙе урап үтер һымаҡ ине, ә кисә Башҡортостанда дүртенсе сирлене теркәгәндәр.
Иҫән-һау булығыҙ.
Читайте нас в