Рәсәйҙең йоғошло сир менән бәйле көрәшен иҫтә тотоп, Европала санкцияларҙы көндән-көн йышыраҡ иҫкә төшөрәләр. Ҡағиҙә булараҡ, Европа берлегендә бер генә ил ҡаршы төшһә лә, санкцияларҙың юҡҡа сығарылыуы бик ихтимал.
Ул ил Италия булыр, тип көтәләр. Сөнки йоғошло сир ҡорбанына әйләнгән дәүләткә Европа берлеге буйынса коллегалары нисек ярҙам итергә белмәй аптыранғанда, Рәсәй самолеттары тиҙ арала ярҙамға ашыҡты. Әйткәндәй, АҠШ, Европа һәм НАТО был ярҙамды күрмәмеш булды һәм хатта Рәсәйҙәгә системанан тыш оппозицияға таянып, тиҫкәре фекер уятырға тырышты.
Тик Рәсәй санкцияларҙың юҡҡа сығарылыуына мохтажмы? Сөнки күп тауарҙар Рәсәйҙең үҙендә етештерелә, хатта сит илдәргә тәҡдим ителә. Ә бына Белоруссияның зыян күреүе берәүҙе лә шикләндермәй. Сөнки Европанан арзан хаҡҡа һатып алынған контрабанда тауарҙары юҡҡа сығасаҡ һәм Рәсәйгә һатыу мөмкинлеге бөтәсәк.
Аналитиктар билдәләүенсә, мәҫәлән, сәйәси тикшеренеүҙәрҙең Киев үҙәге директоры Михаил Погребенский әйтеүенсә, санкцияларҙы алыу өсөн бер нисә ай ваҡыт кәрәк булыуы ихтимал. Тик бының өсөн әлегә Европа өҫтөндә ҡанлы балта булып эленеп торған сирҙең еңелеүе һәм бында Рәсәйҙең хәл иткес әһәмиәтен таныу етә.