+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Март 2020, 13:04

Төндәлектәр. Тимербай бабай менән Байтимер.

Ауылдаштарыма яҙылған пьесаларыма исемдәр бүләк иткәндәре өсөн рәхмәтлемен. “Эх, Байтимер дуҫ!” менән тап шулай килеп сыҡты. Ғәлийән ҡоҙаның бер тапҡыр һүҙ уйнатып ултырғаны иҫтә ҡалған. “Тимербайтимер”, – тип әйткәйне. Ә былай пьеса тулыһынса тип әйтерлек, ауылда ишеткәндәрҙән алып яҙылды...

...1982 йылда булдымы икән, йәй көнө ауылға ҡайттым, апайымдарға индем. Һөйләшеп ултырабыҙ. Урамдан коляска этеп Рәмилә исемле ҡатын үтеп бара. Әле лә күҙ алдымда, текә балалар арбаһы. Рәмилә ире Рәйес менән ГДР-ҙың Бранденбург ҡалаһында хеҙмәт итә икән. Ялға ҡайтҡандар. Апайым менән сәйҙә булған. Рәмилә һөйләй икән. Автобуста китеп бара, бер немец ҡарты килеп өндәшә: “Ты башкирка? Из Башкирии?” – ти. “Эйе, мин – Башҡортостандан, башҡорт”, – ти Рәмилә. Немец әйтә була: “Башкиры – хороший народ. Башкиры кушать давали. Торатау, Торатау”.
Аҙаҡ ун биш йыллап Ишембайҙа йәшәргә, Торатауға әллә нисә тапҡыр күтәрелергә, тау итәгендә немецтар өсөн тәғәйенләнгән лагерҙы күрергә насип булды. Әсир немецтар күмелгән зыярат өйөмдөң тәҙрәһенән күренеп торҙо.
Сит илдәр менән аралашыу асылғас, ошо хаҡта бер повесть яҙып ҡараным. Тешем үтмәне. Драмаға тотондом, комедия килеп сыҡты.
Ә Тимербай бабай менән Байтимер – икеһе лә күптән мәрхүм. Хәҙер иҫкә генә алырға ҡалды. Ә Тимербай бабай һәйбәт кеше ине. Ғирфан ҡоҙа менән икәүләшеп геүләтеп донъя көткәндәрен хәтерләйем әле. Икеһе лә колхозда ныҡ эшләнеләр. Үкенескә ҡаршы, башҡа мәғлүмәттәр миндә ҡалмаған.
Читайте нас: