Башҡортостан мәктәптәрендә техник түңәрәктәрҙең артыуы күҙәтелә. Был эш “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. “Башҡортостанда мәғарифты үҫтереү” дәүләт программаһы сиктәрендә тейешле документҡа үҙгәрештәр индерелгән. Бының өсөн быйыл федераль ҡаҙнанан 29 миллион һум бүленәсәк, ә киләһе йылға ярҙам 76 миллион һумға етәсәк.