+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Март 2020, 16:50

Италия, Испания. Ҡорбандар көндән-көн күбәйә.

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 465 мең сирленең 21 меңе үлгән. Иң ҡатмарлы хәл Испанияла һәм Италияла. Италияла, мәҫәлән, 80 мең сирле иҫәпләнә, ауырыуҙарҙың 8 меңе үлгән.

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 465 мең сирленең 21 меңе үлгән. Иң ҡатмарлы хәл Испанияла һәм Италияла. Италияла, мәҫәлән, 80 мең сирле иҫәпләнә, ауырыуҙарҙың 8 меңе үлгән.
Европа илдәренә бөгөн Рәсәй, Ҡытай, Куба, Венесуэла табиптары ярҙам итә. Рәсәй Оборона министрлығы Италияға Президент Владимир Путиндың бойороғо буйынса 15 хәрби самолет ебәрҙе. Рәсәй белгестәре Бергамо ҡалаһына килде һәм шунда штаб ойоштороп, йоғошло сир менән көрәште башланы.
Иң аптыратҡаны шул, НАТО-ға ҡараған 9 ил Рәсәйҙән Италияға ярҙам менән осоусы самолеттарға үҙҙәренең күгенән осоп үтергә рөхсәт бирмәгән.
Өҫтәүенә, Европанан ҡайһы бер көстәр Рәсәй хәрбиҙәренең ярҙамын кәметеп күрһәтергә йә тәнҡитләргә тырыша. Бындай ялған мәғлүмәттәргә Финляндия, Швейцария, Франция күтәрелеп сыҡҡан. Финляндия матбуғаты асыҡтан-асыҡ, сирлеләр Европала күбәйгәндән-күбәйә. Әгәр Рәсәй ярҙам итмәһә, беҙҙе кем ҡотҡарыр, тип яҙа.
Рәсәй етәкселегенә Сербия президенты ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән.
Сәйәсмәндәр билдәләүенсә, Европала Рәсәй Президенты Владимир Путин менән Ҡытай лидеры Си Цзиньпиндың абруйы көндән-көн күтәрелә. Әлбиттә, үҙен демократик тип иҫәпләгән Европаға был хәл оҡшап етмәй.
Читайте нас: