+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Март 2020, 17:44

Сауҙа үҙәктәре, сауна-мунсалар беҙҙең өсөн ябыҡ. 65 йәштән үткәндәрҙе урамға сығармағыҙ.

Йоғошло сир эргәлә генә. Кисә Силәбелә коронавирус йоҡторған дүрт кешене дауаханаға һалғандар. Ә Ырымбурҙа бер кеше вафат булған.

Йоғошло сир эргәлә генә. Кисә Силәбелә коронавирус йоҡторған дүрт кешене дауаханаға һалғандар. Ә Ырымбурҙа бер кеше вафат булған.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йоғошло сиргә ҡаршы көрәште ҡәтғиләштереү хаҡында Указына төҙәтмәләр индерҙе. Бер аҙнала – өсөнсө тапҡыр.
Төҙәтмәләргә ярашлы, күңел асыу, сауҙа үҙәктәре, мунсалар, сауналар, бөҙрәханалар, спорт залдары, бассейндар кешеләрҙе хеҙмәтләндермәй. Аҙыҡ-түлек, төҙөлөш материалдары магазиндары, аптекалар ҡәҙимге эш тәртибен һаҡлай.
Сикләүҙәр шулай уҡ 65 йәштән үткән кешеләргә лә ҡағыла. Сир йоҡторусылар араһында өлкәндәрҙең күп булыуын иҫәпкә алып, улар өсөн карантин иғлан ителде.
Әгәр улар урамда осраһа, Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре әңгәмә үткәрәсәк һәм өйҙәренә оҙатып ҡуясаҡ.
Читайте нас: