+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Март 2020, 18:40

Төндәлектәр. Һуғыштың яҙылмаған биттәре. Тәүҙә иң матур ҡыҙҙарҙы һайлап алдылар.

Беҙҙең торлаҡ-коммуналь хужалы идаралығында оло йәштәгеләр көнөндә беҙгә ҡараған йорттарҙа йәшәгән ветерандарҙы ла саҡырырға ҡуша торғайнылар. Уларҙың ҡасандыр үҙҙәре эшләгән ойошмалары булған, ләкин, үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, юҡҡа сыҡҡан.

Беҙҙең торлаҡ-коммуналь хужалы идаралығында оло йәштәгеләр көнөндә беҙгә ҡараған йорттарҙа йәшәгән ветерандарҙы ла саҡырырға ҡуша торғайнылар. Уларҙың ҡасандыр үҙҙәре эшләгән ойошмалары булған, ләкин, үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, юҡҡа сыҡҡан.
Район хакимиәтенән беҙгә өлкән генә апайҙы саҡырырға ҡуштылар. Ул элек “Китап һөйөүселәр йәмғиәте”ндә эшләгән. Хәҙер был ойошма юҡ. 9 майҙа Еңеүҙе байрам иткәндә, октябрь башындағы оло йәштәгеләр көнөндә беҙ үҙебеҙҙең конторға уны сәйгә саҡыра торғайныҡ.
Һуғыш ваҡытында Рәғиҙә апай Сталинградта прожекторсы булып хеҙмәт иткән.
Сәйгә ултырып, йола буйынса нарком өлөшө, тип йөҙәр грамм йота торғайныҡ. Апайыбыҙ ҡыҙып алғас, һуғыш тураһында хәтирәләрен һөйләй һәм былай тип башлай торғайны: “Һөйләмәм, тигәйнем, ҡыҙып алғас, һөйләйем инде. Сталинградҡа килеп төшкәс, беҙҙе тәүге көндә үк уятып, кейенеп-яһанып, биҙәнеп, парадҡа әҙерләнгән һымаҡ теҙелеп торорға ҡуштылар. Шунан һуң еңел “Виллис”тарҙа полковниктар бер-бер артлы килеп төштөләр һәм иң матур ҡыҙҙарҙы һайлап алып, машиналарына ултыртып алып киттеләр. Улар артынан майорҙар, капитандар килеп еттеләр һәм беҙҙең сафтарҙан иң матур ҡыҙҙарҙы һайлап, документтарын алып, фронта киттеләр. Аҙаҡ лейтенанттар йүгерешеп килеп, ҡыҙҙарҙы йыйып алып киттеләр. Беҙҙең ҡыҙҙарҙы тәүҙә фронт, армия командующийҙары, аҙаҡ дивизия, полк командирҙары, өсөнсөһөндә тағы ла бәләкәйерәк подразделениеларға штабтарҙы хеҙмәтләндереү өсөн алып киткәндәр икән. Улар араһында беҙҙең әхирәттәребеҙ ҙә бар ине. Фронт ҙур. Хат яҙышабыҙ, һирәк-мирәк осрашабыҙ. Әхирәттәребеҙҙе штабта ашнаҡсы булып эшләргә, торлаҡтарын йыйыштырырға, кер йыуырға, кейем үтекләргә алып киткәндәр икән. Аҙаҡ, белеүебеҙсә, ҡыҙҙарыбыҙҙың бурыстары ваҡ-төйәк хужалыҡ эштәре менән генә сикләнмәгән икән. Бер нисә айҙан әсә булырға йыйыныуҙары, бала табыуҙары, ҡайтып китеүҙәре хаҡында хәбәрҙәр килде”, – тип иҫкә ала торғайны.
Рәғиҙә апай үҙе лә яғымлы, матур апай. Беҙҙең хеҙмәт ветераны, сантехник Хәйрулла ағай: “Апай, һеҙ ҙә матур ҙа инде, һеҙҙе нисек ҡалдырҙылар?” – тип аптырана торғайны. Апайыбыҙ: “Ул ваҡытта мин ябыҡ ҡына инем. Кем миңә иғтибар итһен”, – тип аҡлана торғайны.
Һуңғы йылдарында апайыбыҙ осрашыуҙарға килә алманы. Аҙаҡ, йәй көнө, беҙ уның вафат булыуы хаҡында ишеттек.
Читайте нас: