Европала хәлдәр көндән-көн көсөргәнешлерәк төҫ ала. Үлемесле бәлә менән яңғыҙы ҡалған Италия менән Испания НАТО һәм Европа берлеге буйынса союздаштарынан ҡәнәғәт түгел. Бында бөгөн Рәсәй, Ҡытай, Куба, Венесуэла табиптары ғына үҙҙәрен аямай эшләй. Германия, әйтәйек, бик оҙаҡ кәңәшләшкәндән һуң Италиянан нибары 16 кешене дауаларға ризалыҡ белдергән. Ә балтика илдәре лидерҙары яңынан Рус телен өйрәнергә мәжбүр. Мәҫәлән, Эстония премьер-министры Юри Ритас ватандаштарына дәүләт теле булған эстон теле урынына рус телендә мөрәжәғәт иткән. Күптән түгел генә балтика илдәрендә рус телендә аралашҡан өсөн штраф менән ҡурҡыта һәм һөйләшеүҙе тыя торғайнылар.