+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Март 2020, 14:02

Йоғошло сиргә ҡаршы көрәш дауам итә. Беҙ уны ҡаршыларға әҙерме?

Өфө эргәһендә йоғошло сирҙәргә ҡаршы көрәш үҙәге төҙөлөшө ашығыс рәүештә башланды. Төбәктә бындай үҙәк күптән төҙөлөргә тейеш ине. Килеп тыуған хәл ашығыс рәүештә төҙөлөш эштәренә тотонорға мәжбүр итте. Ул Өфө районының Зубов ауылы эргәһендә төҙөләсәк.

Өфө эргәһендә йоғошло сирҙәргә ҡаршы көрәш үҙәге төҙөлөшө ашығыс рәүештә башланды. Төбәктә бындай үҙәк күптән төҙөлөргә тейеш ине. Килеп тыуған хәл ашығыс рәүештә төҙөлөш эштәренә тотонорға мәжбүр итте. Ул Өфө районының Зубов ауылы эргәһендә төҙөләсәк.
Кисә төҙөлөш эштәре менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров танышты һәм дауахана тиҙ арала төҙөлөп бөтәсәк, тип һүҙ бирҙе.
Республикала килеп тыуған хәл менән бәйле ойоштороу, тәртип эштәре юғары кимәлдә ҡуйылған. Барлыҡ ойошмалар, предприятиелар карантин талаптарын ҡәтғи үтәй. Өфө ҡалаһында бер урында тыйылған кисә үткәреп ҡарағандар. Полиция хеҙмәткәрҙәре кисәне тыйған. Уның хужаларына ҙур штраф һалынасаҡ.
Урамда кешеләр һирәк күренә, уларҙың күбеһе битлек менән йөрөй. Үткән аҙнала республика дауаханаларына һатыуға битлектәр сығарыласаҡ, тип әйтелгәйне. Киләһе аҙнаға 700 мең битлек килтерергә тейештәр. Ярай ҙа йылғыр кешеләр ҡулына эләгеп, мохтаждарға хаҡтарын унлата арттырып һата башламаһалар. Мәҫәлән, имбирь тамыры һымаҡ. Ике-өс аҙна элек кенә халыҡ медицинаһында популяр булған тамыр 2000 һум торһа, нәфселе алыпһатарҙар бөгөн уны 5000 һумға һата.
Өфө урамдары тын, халлыҡҡа махсус машиналарҙың зарарһыҙландырыусы һыу һибеп үтеүҙәре, туҡталыштарҙы эшкәртеүҙәре оҡшай. Күпселек үҙҙәрендә яуаплылыҡ тоя һәм ғәҙәттән тыш хәл менән бәйле талаптарҙы теүәл үтәй.
Читайте нас: