+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
30 Март 2020, 10:41

Өфө карантин талаптарын боҙоусыларға ҡаршы көрәшә. Күңел асырға теләүселәр табылып тора.

Эске эштәр бүлегенә Өфөнөң иң ҙур күңел асыу үҙәктәренең береһендә бик күп кеше йыйылыуы һәм концерт тураһында хәбәрҙе ирекмәндәр килтерә. Ысынлап та, бында Башҡортостан Башлығы ҡул ҡуйған Указдағы талаптарҙы инҡар итеп, 50-нән артыҡ кеше йыйылған һәм, йәнәһе, карантинға ҡаршы концерт ойошторған.

Эске эштәр бүлегенә Өфөнөң иң ҙур күңел асыу үҙәктәренең береһендә бик күп кеше йыйылыуы һәм концерт тураһында хәбәрҙе ирекмәндәр килтерә. Ысынлап та, бында Башҡортостан Башлығы ҡул ҡуйған Указдағы талаптарҙы инҡар итеп, 50-нән артыҡ кеше йыйылған һәм, йәнәһе, карантинға ҡаршы концерт ойошторған. Етмәһә, тамашала бәлиғ булмаған 11 үҫмерҙе тотҡарлағандар. Һөҙөмтә билдәле – концертты ойоштороусы төнгө клуб хужалары ҙур күләмдә штраф түләйәсәк, ә бәлиғ булмағандарҙың ата-әсәһе административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.
Ял көндәрендә Урмансылар паркында ла бик ҡыҙыу булды, усаҡтар янды, шешлек еҫе сыҡты. Тик оҙаҡҡа түгел. Эске эштәр хеҙмәткәрҙәре һәм урындағы хакимиәт вәкилдәре тиҙ арала тәртип урынлаштырҙы һәм ғәмәлдәге карантин талаптарын үтәргә теләмәүселәргә иттәрен күтәреп өйҙәренә ҡайтырға тура килде.
Бөгөн күпселек хеҙмәткәрҙәр һәм эшселәр өйҙәрендә ултырасаҡ. Бының шулай булырына Өфө урамдарында транспорт сараларының аҙлығын күреп тә ышанырға мөмкин. Йәйәүлеләр ҙә бик һирәк күренә, улары ла битлектәр менән. Күпселек көндәрҙең көсөргәнешле тороуына төшөндө һәм күнде буғай. Ни хәл итәйек, заманаһы һәм ҡазаһы шундай, планлаштырылмаған ялдарға ла өйрәнергә тура килә. Иҫән-һау булығыҙ!
Читайте нас: