Донъя баҙарында иҡтисади көрсөк көндән-көн нығыраҡ төҫмөрләнә. Төп урынды бында “ҡара алтын”ға хаҡтарҙың төшөүе уйнай. Бөгөн яғыулыҡ биржаларында нефттең бер мискәһен 25 долларҙан түбән хаҡҡа һаталар. Был хаҡ һуңғы тапҡыр 2002 йылда теркәлгән.
Уның ҡарауы, аҙыҡ-түлеккә хаҡтар күтәрелә. Үткән аҙнала бойҙай менән нефттең хаҡтары тигеҙләште, хатта бер нисә көн бойҙай нефткә ҡарағанда 1000 һумға ҡиммәтерәк хаҡҡа һатылды.
Һуңғы йылдарҙа Рәсәй етештереүселәре донъя баҙарында иң күп иген һатыусыларҙан иҫәпләнә. Быйыл Рәсәй игененә ихтыяж тағы ла ҙурыраҡ. Ләкин иҡтисадсылар йәй баштарында онға хаҡтарҙың күтәрелеүен фаразлай. Икмәк ризыҡтарына хаҡтың артыуына юл ҡуймаҫ өсөн РФ Ауыл хужалығы министрлығы иген резервы булдырыу хаҡында ҡарар ҡабул итте.
Иҡтисадсылар Рәсәй нефтен сығарыуҙың үҙҡиммәтенең түбән булыуы хаҡтарҙың төшөүен сағыштырмаса еңел үткәрергә мөмкинлек бирәсәк, тип иҫбатлай. Сөнки нефттең ҡиммәтләнеүе һумдың арзанайыуына килтерҙе. Ә Рәсәй нефтте долларҙарға һата, ә ил эсендәге партнерҙары менән һумдар иҫәбенә хисаплаша. Ошо йәһәттән нефть сығарыусылар ҙур ҡыйынлыҡттар кисермәйәсәк, тип фараз ителә. Өҫтәүенә, иң күп энергия сығанаҡтары тотоноусы Ҡытай етештереүселәре 1,2 миллион тонна нефть һатып алды һәм һаҡлағыстарына һалып ҡуйҙы.