Ниһайәт, Башҡортостан халҡының күп йыллыҡ хыялы тормошҡа ашты! Республиканың төрлө йәмәғәт ойошмалары әле 80-се йылдарҙа уҡ атаҡлы генералға Советтар союзы геройы исемен биреүҙе күтәреп сыҡҡайны. Ләкин, төрлө сәбәптәр арҡаһында, ул тормошҡа ашманы. Әле былтыр Республика Башлығы Радий Хәбировтың,беҙ быны эшләргә тейешбеҙ, тигән һүҙҙәре тормошҡа ашты. Герой исеменең Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы алдынан бирелеүе символик мәғәнәгә эйә.
Беҙ батырҙар еңеүенә тоғро булырға, улар яулаған ҡаҙаныштарҙы һаҡларға тейеш. Генерал Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исеме бирелеү менән ҡотлайбыҙ, ҡәҙерле ватандаштар!