-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
30 Март 2020, 00:53

Йоғошло сирҙе еңеүгә үҙ өлөшөңдө индер. Ауылға ҡайтма, яҡындарыңды мәшәҡәтләмә.

Беҙҙе алда бер аҙна ваҡыт көтә. Әгәр кемдер Рәсәй Президенты был көндәрҙе беҙгә үҙ мәнфәғәттәребеҙҙә файҙаланыу өсөн биргән, тип уйлаһа, хаталана. Киреһенсә, был көндәр өйҙән сыҡмаҫҡа, эшкә бармаҫҡа, кешеләр менән аралашмаҫҡа, сир таралыу мөмкинлеген кәметергә, тигән маҡсаттан сығып бирелгән.

Беҙҙең халыҡ эшһеҙ йәшәп өйрәнмәгән. Саҡ ҡына буш ваҡыт барлыҡҡа килһә, ауылға ҡайтҡы, ата-әсәйҙәргә ярҙам итке килеп тора. Юҡ шул, дөрөҫ түгел. Карантиндың төп маҡсаты – аралашыуҙы кәметеү аша йоғошло сир таралыу мөмкинлеген кәметеү һәм кешеләрҙең һаулығын һаҡлап ҡалыу.
Кисә Башҡортостанда Францияла уҡып ҡайтҡан студентта сир тапҡандар. Әлегә күңелде шул тынысландыра, беҙҙә теркәлгән биш сирленең береһе лә коронавирусты үҙебеҙҙә йоҡтормаған.
Шуның өсөн һаҡ булырға, карантин ҡағиҙәләрен артабан да ҡәтғи үтәргә кәрәк.
Читайте нас: