+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
31 Март 2020, 11:24

Быйыл һабантуйҙар түгел, йәй үҙе лә булмаҫ һымаҡ. Төҙәтмәләрҙе йоғошло сир индерә.

Йоғошло сир менән килеп тыуған хәл тормошҡа яңынан-яңы үҙгәрештәр индерергә мәжбүр итә. Берәү ҙә ғәжәпләнмәй – Токиола Олимпиада булмаясаҡ, Башҡортостан өсөн төп ваҡиғаларҙың береһе булараҡ көтөлгән Фольклориада кисектерелә, беҙгә быйыл һабантуйҙарҙың үткәрелмәүенә лә күнергә тура килер, ахыры.

Йоғошло сир менән килеп тыуған хәл тормошҡа яңынан-яңы үҙгәрештәр индерергә мәжбүр итә. Берәү ҙә ғәжәпләнмәй – Токиола Олимпиада булмаясаҡ, Башҡортостан өсөн төп ваҡиғаларҙың береһе булараҡ көтөлгән Фольклориада кисектерелә, беҙгә быйыл һабантуйҙарҙың үткәрелмәүенә лә күнергә тура килер, ахыры.
Һабантуй ғынамы һуң, йәй үҙе лә булмаҫ һымаҡ.
Бындай шарттарҙа кешеләрҙән ойошҡанлыҡ, тәртип һәм күндәмлек талап ителә. Бына бер аҙна ял бирҙеләр. Мөмкин булған эштәрҙе интернет ярҙамында өйҙә эшләргә тура килә. Ярай әле, тормошобоҙға интернет ныҡлап инде һәм ул күпселек эштәрҙе башҡарырға, кәрәк икән, буш ваҡытты үткәрергә ярҙам итә.
Урамдарҙа кешеләр һирәк күренә. Интернет аша береһенән-береһе ҡурҡынысыраҡ фейк хәбәрҙәр күренеп ҡала. Уларға ышаныусылар барлығына шикләнәм. Сөнки хәҙерге ысынбарлыҡ күләгәһендә фейктар бер аңлашылмаусанлыҡ һымаҡ ҡына тойола.
Тулы карантин, үҙ-үҙеңде сикләү була ҡалһа, ул аптырағандан йәки эш юҡлыҡтан сығып башҡарылмай. Сөнки йоғошло сирҙе ҡәтғи саралар менән генә ауыҙлыҡларға мөмкин. Шуныһы өмөтләндерә, күпселек быны аңланы, шикелле.
60-сы йылдар башында беҙҙең ауыл һыйырҙарында ящур таптылар. Беҙҙең күршеләге Фәррәхетдин бабайҙың һыйыры зыянланы. Уларҙың йорт-ихатаһын кәртәләп алып, Фәррәхетдин бабай менән Рәзифә инәйҙе балалары менән карантинға дусар иттеләр. Беҙ – ирекле, урамда уйнайбыҙ, ә уларҙың балалары, беҙҙән көнләшеп, ситән ярығынан ҡарап тора...
Шулай булғас, карантиндың нимә икәнлеген беҙ бер аҙ беләбеҙ. Тик ул оҙаҡ түгел. Ике аҙна, бер ай – үтер ҙә китер. Иң мөһиме – сирҙе еңергә кәрәк.
Читайте нас: