-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
31 Март 2020, 11:45

Үҙ-үҙеңде сикләү? Ул нисек була? Эт һуғарырға мөмкин, тик урамда йөрөргә ярамай.

Рәсәйҙең утыҙлап төбәгендә карантиндың бер төрө – “самоизоляция”, йәғни, үҙ-үҙеңде сикләү, тип аңланыҡ – индерелде. Был тәртиптең Башҡортостанда индерелеүе лә бик ихтимал.Нимә ул үҙ-үҙеңде сикләү? Ошо тәртипте Мәскәү миҫалында ҡулланыусыларыбыҙға еткереп ҡарайбыҙ.

Рәсәйҙең утыҙлап төбәгендә карантиндың бер төрө – “самоизоляция”, йәғни, үҙ-үҙеңде сикләү, тип аңланыҡ – индерелде. Был тәртиптең Башҡортостанда индерелеүе лә бик ихтимал.
Нимә ул үҙ-үҙеңде сикләү? Ошо тәртипте Мәскәү миҫалында ҡулланыусыларыбыҙға еткереп ҡарайбыҙ. Мәскәүҙәргә йәшәгән урындарын поликлиникаға барғанда, яҡындағы магазиндан әйберҙәр һатып алғанда, сүп-сар сығарғанда, эт һуғарғанда ғына ҡалдырырға мөмкин. Шулай уҡ шәхси транспортта теләгән урыныңа барырға мөмкин. Оҙаҡламай Мәскәү ҡалаһында махсус пропускылар системаһы индереләсәк. Мәскәүҙә, мэр Указына ярашлы, үҙ-үҙеңде сикләү тәртибе дарыуханаға, поликлиникаға, аҙыҡ-түлек магазинына барыуҙы күҙ уңында тота. Тәртип спорт менән шөғөлләнеүҙән баш тартыуҙы, урамда йөрөүҙе тулыһынса сикләй. Сүп-сар түгеүселәр, йәки эттәрен (уф!) һуғарыусылар йорттарынан 100 метрҙан ары китә алмай. Йәйәүләп яҡындағы магазинға, йәки дарыуханаға барырға мөмкин. Шәхси транспортта йөрөү араларҙың алыҫлығын сикләмәй. Дарыуханалар һәм поликлиникалар ғәҙәттәге тәртиптә эшләй.
Күрҙегеҙме, бер ҡурҡынысы ла юҡ. Тормошҡа ашырыу еңел, үтәү өсөн анһат.
Мәскәү хакимиәте карантиндың 14 апрелгә тиклем оҙайтылыуын инҡар итте.
Иҫән-һау булығыҙ!
Читайте нас: