+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
31 Март 2020, 14:30

Коронавирус. Европа берлеге сирҙән ҡотола алырмы? Ҡасандыр берҙәмлек күрһәткән татыу Европа йоғошло сир һөҙөмтәһендә берҙәмлекте көндән-көн нығыраҡ юғалта бара.

Мәҫәлән, Францияға Италияның Рәсәйҙән ярҙам ҡабул итеүҙәре оҡшамай һәм Эммануэль Макрон Джузеппе Контиға “юҫығын юғалтмаҫҡа” кәңәш итә.

Мәҫәлән, Францияға Италияның Рәсәйҙән ярҙам ҡабул итеүҙәре оҡшамай һәм Эммануэль Макрон Джузеппе Контиға “юҫығын юғалтмаҫҡа” кәңәш итә.
Италия премьер-министры Франция президентына, әгәр Европа сиргә ҡаршы тороуҙа еңелһә, берләшмә үҙенең мәғәнәһен юғалтасаҡ, тип яуап бирә.
Италия менән Испания бөгөн иҡтисади ярҙамға мохтаж. Шуның өсөн улар союздаштарынан иҡтисади ярҙам көтә. Ләкин Германия менән Голландия ҡаршы. Ни өсөн ҡаршы? Сөнки Европа илдәренең үҙҙәренең дә хәле еңелдән түгел. Етмәһә, был һынауҙарҙан Испания менән Италияның имен сығырына өмөт юҡ.
Йоғошло сирҙең ҡотороуы һәм иҡтисади күрһәткестәрҙең түбәнәйеүе Европа берлегенең яҙмышын шик аҫтына ҡуя. Бындай шарттарҙа инде союздаштар күршеләрен түгел, үҙҙәрен ҡотҡарыуҙы төп маҡсат итеп ҡуя.
Читайте нас: