+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
31 Март 2020, 12:45

Радий Хәбировҡа Өфө урамдарында нимә оҡшаған? Беҙҙе үҙ-үҙеңде сикләү көтәме?

Бөгөн республика тулыһынса үҙ-үҙеңде сикләүгә күсеүе ихтимал. Ошо хаҡта Федераль Хөкүмәттең тәҡдиме бар. Кис республика Хөкүмәте һәм төбәк башлыҡтары ошо хаҡта кәңәшләшәсәк.

Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, Өфө дауаханаларында сирләүе ихтимал 104 кешенең һаулығы күҙәтелә. Уларҙың ун етеһе – балалар. Улар барыһы ла стационарҙа.
Төбәктә 4389 кеше сиргә бәйле тикшереү үткән. Биш кешелә диагноз раҫланған.
Бөгөн республика тулыһынса үҙ-үҙеңде сикләүгә күсеүе ихтимал. Ошо хаҡта Федераль Хөкүмәттең тәҡдиме бар. Кис республика Хөкүмәте һәм төбәк башлыҡтары ошо хаҡта кәңәшләшәсәк.
Республика Башлығы Радий Хәбировҡа Өфө урамдарын күрһәткәндәр. Башлыҡҡа урамдарҙа кешеләрҙең юҡлығы оҡшаған. Ул тын урамдарҙың, унда һирәк-мирәк йөрөгән кешеләрҙең именлеген тәьмин итеү бурысын ҡуйған.
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, йәнәһе, сирлеләр менән аралашҡан өс ауырлы ҡатын тураһындағы мәғлүмәтте кире ҡаҡҡан.
Әйткәндәй, почта эшмәкәрлеге хаҡында. Кешеләрҙең аралашыуына, сирҙең таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн 30 марттан 3 апрелгә тиклем почта бүлексәләре айырым тәртип буйынса эшләйәсәк. Шул уҡ ваҡытта почта бүлексәләрендә сорттарға айырыу, ташыу, посылкаларҙы тапшырыу, пенсиялар, пособиелар түләү ғәҙәттәге тәртиптә тормошҡа ашырыласаҡ.
Иҫән-һау булайыҡ!
Читайте нас: