+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Апрель 2020, 10:47

Үҙҡамау ваҡытында урамға сығырға яраймы? Ярай, тик аҡсағыҙ булһын.

Эйе, үҙҡамау* тәртибе ваҡытында ҡағиҙәләрҙе боҙоу бик ҡиммәткә төшәсәк. Ошо аҙнала ғына Дәүләт Думаһы законға төҙәтмәләр ҡабул итте. Әгәр граждан урамға ғәфү итмәҫлек сәбәп менән сыҡһа – 1 меңдән 30 мең һумға тиклем, вазифалы кешеләр тәртипте боҙһа, 10 меңдән 50 меңгә тиклем, шәхси эшҡыуарҙар 30 меңдән 50 мең һумға тиклем штраф түләй. Юридик шәхестәр өсөн 100 меңдән 300 мең һумға тиклем штраф ҡаралған.

Шундай уҡ тәртип боҙоуҙар икенсегә ҡабатланһа, физик шәхестәр өсөн – 15 меңдән 50 мең һумға тиклем, вазифалы кешеләргә 300 мең һумдан 500 меңгә тиклем штраф ҡаралған. Йәки етәксе кешене 1 йылдан 3 йылға тиклем вазифаһынан ситләтәләр. Административ тәртип боҙоуҙар тураһында протоколды полиция хеҙмәткәрҙәре төҙөй, штрафтарҙы Башҡортостан буйынса “Роспотребнадзор” идаралығы тәғәйенләй.
Бәләкәй генә аңлатма. Яуаплы кешеләр тигәндә беҙ учреждение, предприятие етәкселәрен күҙ уңында тотабыҙ. Уларҙың үҙҡамау ваҡытында эшкә саҡырыуы, эшен башҡарыуҙы талап итеүе шулай уҡ штрафҡа тарттырылырға тейеш, тип уйлайбыҙ.
* үҙҡамау (самоизоляция)
Читайте нас: