Йоғошло сир арҡаға ҡаҙалған бысаҡ һымаҡ Сибайға Силәбе аша килеп керҙе. Ике ҡомһоҙ эшҡыуар сит илдән ҡайтып етер-етмәҫтән Сибайға ит һатырға киләләр, аҙаҡтан эшҡыуарҙарҙың береһенең сирле икәнлеге асыҡлана.
Фараз ителеүенсә, коронавирустың инкубация ваҡыты – ике аҙна самаһы. Бөгөн Сибай һәм Баймаҡта 227 кеше үҙҡамауҙа.
Үкенескә ҡаршы, ошо арауыҡта сирлеләрҙең ҡапыл артыуы ихтимал.
Республика Башлығы Радий Хәбиров: “Мөмкин булған сирлеләрҙе, ауырыу менән аралашҡандарҙы тиҙ арала ойошҡан рәүештә үҙҡамауға сығарырға кәрәк”, – тип билдәләне.
Беҙ Сибайҙағы хәлдәр менән ҡыҙыҡһынып, журналистика ветераны, “Башҡортостан” гәзитенең оҙаҡ йылдар үҙ хәбәрсеһе булып эшләгән БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Шәйхлислам Айсыуаҡовҡа шылтыраттыҡ.
Былтырҙан бирле тынғы күргән юҡ, – ти матбуғат аҡһаҡалы. Быныһы карьерҙағы көйрәүҙән дә көслөрәк булып сыҡты. Үҙебеҙҙең ит етештереүселәр күп, силәбеләр күренгәне юҡ ине. Арҡаға ҡаҙалған бысаҡ һымаҡ булды был. Ә былай халыҡ аңлап ҡабул итә. Ҡалала тыныс, Башҡортостан халҡына именлек теләйбеҙ.