Кемгә байрам, кемгә – мәхшәр, тигән һымаҡ, уйын-көлкө ҡайғыһы юҡ һымаҡ. Һауала коронавирус ҡотора. Карантин, үҙҡамау тигән һүҙҙәр йыш ҡулланыла. Шуға беҙ ҙә байрамыбыҙҙы көҙгә кисектерергә булдыҡ. Сир мәңге ҡотормаҫ, шулай ҙа мәшәҡәттәрҙән ҡотолорбоҙ, октябрь айҙарында йыйылырбыҙ, “Һәнәк” журналының 95 йыллығын да бер ыңғай байрам итербеҙ әле, Аллаһ бойорһа.