+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Апрель 2020, 11:19

Коронавирус. Күп яҡлы көрәш кем файҙаһына?

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Ер шарында барлығы 750 мең кеше йоғошло сиргә дусар булған һәм теркәлгән. Сирлеләрҙең 32 меңе самаһы вафат булған. Һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы хәҙер һауығып сығыусылар хаҡында мәғлүмәт бирмәй.

Иғтибар итегеҙ, сирләүселәрҙең 5 проценты самаһы вафат була. Ҡара иҫәп менән, 100 кешенең 4-5-е мәрхүм була. Һаулыҡ һаҡлау күҙлегенән ҡарағанда, был һандар бик юғары. Мәҫәлән, ябай киҙеү эпидемияһы ваҡытында вафат булыусылар нисбәте уртаса 0,5-1 процент тәшкил итә һәм был ғәҙәттән тыш хәл иҫәпләнә.
Донъя кимәлендә хәл көсөргәнешле ҡалыуын дауам итә. Элеккесә, Италияла һәм Испанияла хәлдәр ҡатмарлаша, ә бына АҠШ-та нимә булырын да күҙ аллауы ҡыйын. Сөнки был бай һәм етеш ил сир йоҡтороусылар һаны буйынса Ҡытайҙы үтеп китте.
Америка белгестәренең пандемияға ҡаршы көрәшкә Рәсәй тәжрибәһен өйрәнеүҙәре мәғлүм булды. Тик “Боржоми” һыуын эсергә һуң түгелме икән? Сөнки рәсәйҙәр менән американдар икеһе ике төрлө халыҡ. Беҙҙең тормошто аңлар өсөн ошонда тыуырға, йәшәргә, барлыҡ һынауҙарҙы үтергә кәрәк. Ә Американдар беҙҙең шарттарға бер нисә көнгә лә түҙә алмаясаҡ. Сөнки рәсәйҙәрҙең көсө – түҙемле, күндәм булыуҙа һәм теләһә ниндәй ауырлыҡтарҙы еңеп сыға алыуҙа.
Читайте нас: