Урамда бер сәбәпһеҙ йөрөгән кешеләр күренмәй. Һирәк-мирәк осрағандары менән әлегә аңлатыу эше алып баралар. Урындағы хакимиәттәргә күберәк республика, Рәсәй буйлап йөрөү ихтыяжы тыуған кешеләр шылтырата. Беҙҙең халыҡтың аңлап ҡабул итеүенә, түҙемлелегенә, әлбиттә, күндәмлегенә хайран ҡалырһың. Кешеләрҙең бер-береһенә мөнәсәбәте күҙ алдында үҙгәрә. Бына, әйтәйек, Силәбе өлкәһенән Сибайға килеп, ит һатҡан сирлене күршеләре фашлаған. Ә Шишмәлә беҙҙең яҡҡа килеп юлыҡҡан Италия кешеһенең бер сәбәпһеҙ урамда йөрөүе оҡшамаған. Нефтекамала Африканан сыҡҡан мигранттың үҙҡамау тәртибен боҙоуы ҡала халҡын ялыу яҙырға мәжбүр иткән.