-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Апрель 2020, 11:25

Путин Трамптың Рәсәйгә ҡарата фекерен үҙгәртергә мәжбүр итте.

Күптән түгел Владимир Путин менән Дональд Трамптың телефон аша һөйләшеүҙәренең йөкмәткеһе билдәле булды. АҠШ Президентын йоғошло сир мәсьәләһе генә түгел, нефткә хаҡтар төшөүе лә борсоған икән. “Рейтер” хәбәрселәре әйтеүенсә, әгәр Рәсәй һөйләшеүҙәргә ҡушылырға риза булһа, АҠШ яғы ҡайһы бер санкцияларҙан баш тартырға риза.

Быны донъя иҡтисадына ыңғай ишара, тип аңларға мөмкин. Сөнки һөйләшеүҙәр тураһында мәғлүмәт күренеү менән, “ҡара алтын”ға хаҡтар юғары күтәрелә башлаясаҡ.
Дональд Трамп “Фокс” телекомпанияһына биргән интервьюһында: “Беҙ санкцияларҙан баш тартырға риза, АҠШ Рәсәй менән һөйләшеп килешергә ынтыласаҡ”, – тип белдергән. Бындай сигенеү АҠШ файҙаһына. Сөнки хаҡтарҙың артабан төшөүе Американың һәүерташ* нефте сәнәғәтенең юҡҡа сығыуына килтерәсәк. Иң ҡыҙығы шул, быға тиклем СССР-ҙың, йәки Рәсәйҙең Икенсе бөтә донъя һуғышында хәл иткес өлөш индереүе тураһында бер ауыҙ һүҙ әйтмәгән Дональд Трамп бөгөн бына нимә һөйләй: “Икенсе Бөтә донъя һуғышында улар ҙа һуғышты. Улар 50 миллион кешеләрен юғалтты, беҙҙең яуҙаштар булды, ә Германия – дошман ине. Ә хәҙер шулай мөғжизәле килеп сыҡты – Рәсәй менән аралашмайбыҙ, Германия менән һөйләшәбәҙ”.
Донъя шулай кешеләрҙе үҙгәртә икән.
*һәүерташ – сланец.
Читайте нас: