Ошо аҙна башында ғына АҠШ Президенты Дональд Трамп: “Пандемия башланһа, 2,2 миллион кеше үлер ине. 200 мең үлһә, бик яҡшы буласаҡ”, – тип аптыратҡайны. АҠШ-та хәлдәр көндән-көн ҡатмарлаша бара. ТАСС хәбәр итеүенсә, дауаханаларҙа 215 меңдән ашыу сирле теркәлгән. Ҡорбандар һаны 5 меңдән ашҡан. Һуңғы тәүлектә бында 1243 кеше вафат булған. Был һуңғы көндәрҙең иң ҡайғылы рекорды.
Властар Пентагонға 100 мең мәйет һала торған тоҡҡа заказ биргән. Әгәр Дональд Трамптың сценарийы тормошҡа ашһа, был тоҡтарҙың етмәүе лә бик ихтимал. Сөнки бөгөн океан киңлектәрендә “Теодор Рузвельт” исемле авианосец тулҡындар яра. Авианосецты бөгөн 5 меңдән ашыу кеше хеҙмәтләндерә. Экипаждың 70 кешеһе коронавирус менән сирләй. Белгестәр билдәләүенсә, ҡунаҡханалар, курорттар, океан лайнерҙары, авианосецтар, ятаҡтар, уҡыу йорттары – йоғошло сир таралыу өсөн иң уңайлы урындар. Тар мөхиттә кешеләр бик тығыҙ аралаша һәм сир бик тиҙ тарала.
“Теодор Рузвельт” авианосецына, мәҫәлән, АҠШ оборона министрлығы портҡа ҡайтыуҙы тыйған.
Белгестәр билдәләүенсә, АҠШ үҙен демократик дәүләт, азат йәмғиәт тип иҫәпләй. Карантин, тыйыу, сикләү һымаҡ сараларҙы кеше хоҡуғына зыян килтереү сифатында ҡабул итә.
АҠШ-тың фажиғәле яҙмышы беҙҙең өсөн һабаҡ булырға һәм үҙҡамау талаптарын теүәл үтәргә этәрергә тейеш.