+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Апрель 2020, 11:05

Беҙҙең ил – үҙе бер ҙур ғаилә. Беҙҙе тупланғанлыҡ һәм яуаплылыҡ ҡотҡара.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль округтарҙағы тулы хоҡуҡлы вәкилдәре менән видеоконференция форматында кәңәшмә үткәрҙе. Владимир Путин билдәләүенсә, килеп тыуған хәлдә еңеү өсөн власть структураларының һәр баҫҡысының үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеүе ҙур әһәмиәткә эйә. Рәсәй халҡы, илдә барған ваҡиғалар менән бәйле, Хөкүмәт күргән саралар, ваҡиғаларҙың үҫеше хаҡында тулы мәғлүмәт алырға тейеш. Шул осраҡта төрлө провокацияларға, уҫал уйҙырмаларға, имеш-мимештәргә урын ҡалмаясаҡ.

Кисә Рәсәй Президенты ялған хәбәрҙәр таратҡан өсөн енәйәт яуаплылығы тураһында Законға ҡул ҡуйҙы.
Владимир Путин: “Һаулыҡ һаҡлауҙы юғары профессиональ кимәлдә ойоштороу ваҡытты оторға, сирҙең ҡапыл таралыуына юл ҡуймаҫҡа мөмкинлек бирҙе. Йәшәү өсөн мөһим урындарҙа күҙәтеү яйға һалынырға тейеш. Был айырыуса йоғошло сирлеләр менән аралашҡан кешеләргә ҡағыла. Әле илдә сирҙең таралыуына сик ҡуйыу өсөн бөтәһе лә эшләнә. Был эш илдең бөтә төбәктәрендә лә ваҡиғалар үҫешенең төрлө шарттарына ҡарап ойошторолорға тейеш”, – тип билдәләне.
Владимир Путин: “Барлыҡ саралар ҙа тормошҡа ашырылырға тейеш. Хатта ул ҡайһы ваҡыт артыҡ булып тойолһа ла. Һаҡланған кешене генә Хоҙай һаҡлаясаҡ”, – тине йәнә.
Рәсәй Президенты яҡын арала медицина учреждениеларының хәлен һәм әҙерлеген иҫәпкә алыуҙы тамамларға күрһәтмә бирҙе: “Мәғлүм булыуынса, төбәктәрҙә дауаханаларҙа урындар төрлөсә. Ихтыяжға ҡарап, дауаханалар үҙ-ара хеҙмәттәшлек итергә тейеш. Мәҫәлән, сит төбәктәрҙән сирлеләрҙе ҡабул итергә йәки тиҙ ярҙам хеҙмәттәренең күрше төбәкттәргә сығыуы бик ихтимал. Бындай осраҡта төбәктәр Федераль ҡаҙнанан өҫтәмә түләүҙәр аласаҡ”.
Президент талап итеүенсә, медицина ҡорамалдары, айырыуса үпкәне яһалма елләтеү аппараттары, иҫәптә торорға тейеш. Ихтыяжға ҡарап, елләтеү аппараттарының резервын ҡулланырға, белгестәрҙе өйрәтергә кәрәк.
Президент, белгестәр етешмәгән осраҡта, икенсе профиль табиптарын өйрәтеү, студенттарҙы йәлеп итеү мәсьәләһен дә күтәрҙе. Был осраҡта табиптарға түләү, дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләләре лә ситтә ҡалманы.
Президент фекеренсә, өлкән йәштәгеләргә аңлатыу эше алып барырға кәрәк. Улар мөмкин тиклем өйҙәренән сыҡмайынса ултырырға тейеш.
“Беҙ һеҙҙе хәстәрләйбеҙ, зинһар, һеҙ ҙә үҙегеҙ хаҡында уйлағыҙ”, – тип белдерҙе Владимир Путин.
Президент алдан күрелергә тейешле саралар хаҡында ла һөйләне. Сир таралмаһын өсөн, уны йоҡторғандарҙы йәки сирлеләр менән аралашҡандарҙы үҙҡамау тәртибен үтәүгә йәлеп итеү буйынса барлыҡ саралар күрелергә тейеш. Был эш ҡағыҙҙа түгел, ысынбарлыҡтта тормошҡа ашырылһын.
Дәүләт башлығы: “Ҡайһы бер төбәктәрҙә кешеләр күпләп йыйыла торған саралар әле булһа дауам итә. Властар быға күҙ йомоп ҡарай”, – тине. Владимир Путин быны тәртиптең һәм айыҡ аҡылдың юҡлығы, енәйәтсел белекһеҙлек тип баһаланы.
Читайте нас: